Яйыҡ
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Август 2020, 16:25

Фажиғәгә илткән уйын

Ошо көндәрҙә баш ҡалабыҙҙа ҡот осҡос фажиғә теркәлгән – һигеҙ йәшлек ҡыҙыҡайҙы быуып үлтергәндәр. Баланың кәүҙәһен осраҡлы кешеләр тапҡан, тип хәбәр ителә.

Ошо көндәрҙә баш ҡалабыҙҙа ҡот осҡос фажиғә теркәлгән – һигеҙ йәшлек ҡыҙыҡайҙы быуып үлтергәндәр. Баланың кәүҙәһен осраҡлы кешеләр тапҡан, тип хәбәр ителә.
Хәл былай була, уҙған шәмбелә көндөҙ ҡыҙыҡай дуҫтары менән уйнарға сығып китә. Кис етә, тик бала өйгә әйләнеп ҡайтмай. Ҡыҙын юғалтҡан әсәй кеше шунда уҡ полицияға ғариза яҙа. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уға балаһын иҫән килеш күрергә насип булмай...
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ҡыҙ дуҫтары менән уйнаған саҡта һәләк була.
“Балалар уйнап, бер-береһен быуған, күрәһең. Ҡыҙыҡайҙың йоҡо артерияһына баҫҡандар. Уның үлгән икәнлеген аңлағас, кәүҙәнән ҡотолоу өсөн йылғаға ташлағандар”, - тип хәбәр ителә.
Бөгөн был хәлгә тағы ла асыҡлыҡ индерелде, тип хәбәр итә ufa.kp.ru баҫмаһы. Ҡыҙҙы йылғаға ташлаған саҡта ул иҫән булған икән. Малайҙар уның йоҡо артерияһына баҫҡанлыҡтан, ҡыҙ йоҡоға ғына талған булған, тип хәбәр итә тикшереүселәр.
Ҡурҡыштарынан малайҙар уның иҫәнме-юҡмы икәнлеген тикшереп ҡарағандар шулай ҙа. Тик ҡыҙ бала барыбер иҫенә килмәгән. Шуға ла кәүҙәнән ҡотолоу өсөн йылғаға алып барып һалғандар. Һыуҙа балаҡай һәләк булған да инде.
Балалар "собачий кайф" тигән уйын уйнаған булған. Уйындың маҡсаты - иптәшеңдең йоҡо артерияһына баҫып, ләззәт алыу.
Фажиғәне тәфтиш комитеты тикшерә.
Уйындан уймаҡ сыға, тигәндәре шул булалыр инде. Замана балаларының уйындары ла күңелгә шом һала. Кеше быуып уйнау, уйын була аламы һуң?! Был мәҡәләне яҙыуыбыҙҙың да сәбәбе ошонда – хөрмәтле ата-әсәләр, зинһар, балаларығыҙҙың ҡайҙа, кем менән һәм ниндәй уйындар уйнауына иғтибар итһәгеҙ икән. Компьютер уйындарындағы шикелле ысынбарлыҡта атыу, һуғыу, мәсхәрәләү баланың психикаһы үҙгәреүе, тормошто вайымһыҙ уйын тип кенә ҡабул итеүе тураһында һөйләй. Ә һәр ҡылған ғәмәл өсөн яуап тоторға кәрәк бит.
Сығанаҡ: ufa.kp.ru
Читайте нас: