Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Август 2020, 10:30

Фажиғәне алдан иҫкәртәбеҙ

"Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проекты сиктәрендә баш ҡалала юл-транспорт фажиғәләре йыш булып торған урындарҙа светофорҙар, иҫкәртеүсе юл билдәләре, тимер яндауырҙар (перильные ограждения) ҡуйыла.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
"Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проекты сиктәрендә баш ҡалала юл-транспорт фажиғәләре йыш булып торған урындарҙа светофорҙар, иҫкәртеүсе юл билдәләре, тимер яндауырҙар (перильные ограждения) ҡуйыла.
Мәҫәлән, быйыл Өфөлә 5 урында светофор барлыҡҡа килде. Әй, Чернышевский, Степан Кувыкин, Рихард Зорге исемендәге һәм Батыр урамдарында йәйәүлеләр өсөн урындарҙа һәм мәктәп биләмәләре тирәләй 1200 метр оҙонлоҡтағы тимер яндауырҙар ҡуйыла башланған.
Яҡын арала Ҡулса һәм Борисоглебская урамдарында, Баландин һәм Төхвәт Йәнәби булварҙарында ла яндауырҙар барлыҡҡа киләсәк. Эштең барышын Өфө ҡалаһы администрацияһының Төҙөлөш, юл ремонты һәм яһалма ҡоролмалар буйынса идараһы контролдә тота.
"Башҡортостан"
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас: