Иҫкергән бина тулыһынса үҙгәртеп ҡорола. Ике йыл эсендә дауахананың нигеҙен нығыталар, ҡыйығын, фасадын яңырталар, күп урынлы палаталарҙа урындарҙы кәметеп, мөхитте уңайлыраҡ итәләр. Тиҙҙән хирургия бүлегенә йыһаздар килтереләсәк, юғары технологиялы ультратауыш һәм эндоскопик диагностик ҡорамалдар урынлаштырыласаҡ, лифттар эшләй башлаясаҡ.