Яйыҡ
-30 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Август 2020, 19:15

Ниңә уларға ҡыҫылаһың?

Күршем балаларымды динебеҙ ҡанундары буйынса тәрбиәләргә тырышыуымды хупламай. “Ни өсөн уларға бөтә нәмәне тыяһың? Ғүмер бер генә – нисек теләйҙәр, шулай йәшәһендәр. Ниңә ҡыҫылаһың? Минең улдарым иректә үҫте”, – ти.

Күршем балаларымды динебеҙ ҡанундары буйынса тәрбиәләргә тырышыуымды хупламай. “Ни өсөн уларға бөтә нәмәне тыяһың? Ғүмер бер генә – нисек теләйҙәр, шулай йәшәһендәр. Ниңә ҡыҫылаһың? Минең улдарым иректә үҫте”, – ти.Уның балалары күптән буй еткергән инде. Өлкән улы, ҡырҡ йәштән үтһә лә, өйләнмәй йөрөй, бәләкәйе ғаиләле, әммә әсәһенә килеп ярҙам иткәне лә, хатта хәл белгәне лә юҡ. Уларға ҡарайым да, үҙемдең тәрбиә алымымдың дөрөҫ икәненә йәнә бер ҡат инанам. Шул уҡ ваҡытта аҙым һайын тыйып тороу ҙа еңел түгел...Шулай ҙа балаға дөрөҫ тәрбиә биреүҙең әһәмиәте шул ҡәҙәр ҙур. Был йәһәттән дин ҡанундарына таяныу – Аллаһ ҡушҡанды үтәү – иң дөрөҫ юл. Раббыбыҙ тәрбиәһе бер көнлөк түгел, ә ғүмерлек: унда барыһы ла – үткән дә, бөгөнгө лә, киләсәк тә – иҫәпкә алына, хәстәрләнә. Иманлы бала тарихты онотмай, үҙ заманына йәм өҫтәй, алдағы көндәргә изгелек орлоғо сәсә. Ул ата-әсәһенең, туғандарының, тотош йәмғиәттең терәге булыуға әҙер үҫергә тейеш. Ғөмүмән, баланы үҙебеҙ өсөн генә түгел, барлыҡ өммәткә, илгә кәрәкле кеше итеп тәрбиәләргә бурыслы. “Атаңдың ғына улы булма, халҡыңдың да улы бул” тигән бит ата-бабабыҙ.Ә “Ғүмер бер генә, кеше нисек теләй – шулай йәшәһен” тигән фекер өҫтөнлөк итә икән, йәмғиәттең тарҡалыуы ихтимал. Дөйөм тәрбиә алымы, уртаҡ маҡсат булмаһа, борон-борондан һалынған ныҡлы нигеҙҙе һаҡлау мөмкинме? Һәр кем тик үҙен уйлап, шәхси мәнфәғәтен ҡайғыртып йәшәй башлаһа, ғаилә, дәүләт, милләт, өммәт тигән төшөнсәләр ҡеүәтен юғалтмаҫмы?Әҙәм балаһы бит ата-әсәһен ҡыуандырып ғүмер итергә, иленең көсөн арттырырға тырышырға тейеш. Ә үҙе өсөн генә йәшәргә өйрәнгән кеше был хаҡта уйлаймы?Әйтеүемсә, күршемдең улдарының береһе һаман өйләнмәй йөрөй, икенсеһе килеп тә әйләнмәй. Эйе, ни сәсһәң, шуны ураһың. Әгәр ҙә был малайҙар дини ҡанундар буйынса тәрбиәләнһә, әсәһен шулай ҡайғыртыр инеме? Ғәзиз балаһының ҡырҡҡа етеп тә өйләнмәй йөрөүен кем генә һыҙланыуһыҙ ҡабул итһен? Шул уҡ ваҡытта ул-ҡыҙы хәл белешеп китергә лә ваҡыт тапмаһа, ата-әсәнең хәсрәтһеҙ йәшәүе мөмкинме? Ислам тәрбиәһе ошо һәм башҡа күңелһеҙ күренештәрҙе иҫкәртә, уларҙан аралай, хаҡ юлды күрһәтә.Һүҙ юҡ, әлеге йәмғиәттә баланы дин ҡанундары буйынса тәрбиәләү еңелдән түгел. Ул башҡа тиҫтерҙәре менән гел бергә булырға теләйҙер, айырылып йөрөгөһө килмәйҙер. Ситләштерергә ярамай ҙа. Әйҙә, бергә уйнаһындар, төрлө сараларҙа ҡатнашһындар. Дини тәрбиә алған бала өйҙә ҡасып-боҫоп, йәмғиәттән айырылып ултырырға тейеш түгел бит. Күрһен, сағыштырһын, үҙ фекерен әйтергә өйрәнһен, шәхси миҫалында юл күрһәтһен. Балалар бик һиҙгер: дөрөҫлөк яғына ауышырҙар. Динебеҙ бит борон-борондан шулай яҡшы өлгө, күркәм вәғәз аша таралған, тамыр нығытҡан.Әҙәм балаһының бәхетендә тәрбиәлелектең өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Күркәм холоҡ, башҡаларҙы уйлап йәшәү – кешеләге иң матур сифаттар. “Улар барҙа ер сәскәгә күмелә, ғүмер оҙоная”, – тигән имам Садиҡ. Аҡыл эйәләре әҙәплелекте, әхлаҡлылыҡты уңышҡа алып барған хазина тип белә. Ошондай сифаттар тәрбиәләү – ата-әсәнең балаһына биргән иң ҙур бүләге. Ә бының нигеҙендә Аллаһ Тәғәлә ҡанундары ятҡанын онотмаһаҡсы.(Стәрлетамаҡта йәшәгән ҡатындың һөйләгәндәренән).
Автор: И. ҠОРМАНОВА яҙып алды.
Читайте нас в