Яҙмыш еле әсе булһа,Бөгөлөп төшә теҙҙәр.Хәлдәремде еңеләйтәӘсәйем әйткән һүҙҙәр."Үҙ бәхетең үҙ ҡулыңда,Илап-һыҡтап ултырма.Сүп өҫтөнә тағы өймә,Хәлгенәңде бөлдөрмә.Осор ҡанаттарың һынһа,Ял итеп ал ултырып.Ҡабаланып һауыт ярма,Тын ал әле тултырып.Тормошоңда байҡау яһа,Уйлап эшлә һәр ваҡыт.Йылы яғың тик һинеке,Үҙ йүнеңде һин ҡайғырт.Дуҫ тигәнең дошман икән,Татлы һүҙгә ышанма.Ике тапҡыр ҡамсы бирмә,Башҡа уға таянма!"Әсәйемдең һәр бер һүҙеАлтын ташҡа баҫылған.Кемдәр сисә аҡыл серен,Бәхет күге асылған?!Римма Саньярова-Ғәлиәхмәтова.