Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Август 2020, 11:22

Экология йәһәтенән отошло, матур, уңайлы

Учалыла ошондай муҡса-тоҡсайҙар тегелә

Сибай ҡалаһында хәҙер инде икенсе тапҡырға Бөтә Рәсәй “Урал аръяғы” инвестициялар һабантуйы үтте. Форумда ҡатнашҡан Учалы тегеү фабрикаһы директоры Фәйрүзә Степаненко һөйләштек:
-Республикабыҙҙы еңел сәнәғәт үҫешенә етди иғтибар бирелә башланы. Быйыл был маҡсатта 1,5 миллиард һум бүленеүе үҙе генә лә күпте һөйләй. Инвестһабантуй ваҡытында брендлы, йәғни ҡайһы төбәк йә илдән икәнлеге күҙгә ташланып торған продукцияны халыҡ-ара баҙарға сығарыу мәсьәләһе лә ҡаралды. Был йүнәлештә Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Белоруссия бик тә уңышлы хәрәкәт итә башланылар. Беҙҙә әлегә, еңел сәнәғәт өлкәһендә бындай бренд әлегә бөтөнләй юҡ. Булдырырға ваҡыттыр инде. Хәҙер кешеләр етеш йәшәй бит, нимә тура килде, шуны кеймәй, улай ғына ла түгел – һәр кемдең эксклюзив, үҙенә генә хас ҡиәфәттә булғы килә. Ошондай ихтыяж бар икән, кейем-һалымда брендтарҙы, урындағы символиканы сағылдырыу отошло. Әйтәйек, башҡорт милли орнаменттары быға сикһеҙ мөмкинлектәр бирә. Үкенес, был эшкә беҙ туранан-тура тотона алмайбыҙ, сөнки беҙ башлыса етештергән форма эш кейемдәрендә һәр йөй, һәр элмәк заказсылар раҫлаған документтарға тайпылышһыҙ тура килергә тейеш. Әммә, форсаттарҙы табып, беҙ ҙә ситтә ҡалмаҫҡа тырышабыҙ.
Эйе, ситтә ҡалмайҙар, фабрика директоры муҡса һәм тоҡсайҙар күрһәтте. Әлегә һынау рәүешендә бәләкәй партия менән тегелгән. Муҡсаға матур итеп Учалы ҡалаһының символы – тажлы кеҫәртке, тоҡсайҙарға - емеш-еләк һүрәттәре сигелгән. Бик тә матур. Магазинға барыу ғына түгел, алыҫ сәфәр сыҡҡанда ла оят булмаясаҡ бындай муҡсаны ҡулға тотоу. Бар донъяны бысратып ятҡан пластиктан түгел, етен туҡыманан тегелеүе лә отошло. “Суровье” тип аталған, ағартылмаған мамыҡ туҡыманан тегә башлағас, осһоҙораҡҡа әйләнер, әммә бары ныҡлы һәм экология йәһәтенән өҫтөнлөклө булып ҡаласаҡ.
Читайте нас: