Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Август 2020, 13:40

Емеш-еләк ни хаҡ?

Әллә нимә һатып алырға булмаһа ла, гөж килеп торған баҙарҙа йөрөргә яратам. Йәй, көҙ көндәрендә ул бигерәк тә йәнләнеп китә. Был аҙнала емеш-еләк, йәшелсә һатып алырға теләүселәр бихисап ине. Бөгөн Учалы баҙарындағы, сауҙа нөктәләрендәге хаҡтар менән гәзит уҡыусыларыбыҙҙы ла таныштырып үтмәксебеҙ.

Әллә нимә һатып алырға булмаһа ла, гөж килеп торған баҙарҙа йөрөргә яратам. Йәй, көҙ көндәрендә ул бигерәк тә йәнләнеп китә. Был аҙнала емеш-еләк, йәшелсә һатып алырға теләүселәр бихисап ине. Бөгөн Учалы баҙарындағы, сауҙа нөктәләрендәге хаҡтар менән гәзит уҡыусыларыбыҙҙы ла таныштырып үтмәксебеҙ.Йәй - емеш-еләктең бешкән мәле. Шуға ла баҙарҙа үҙ баҡсаһында үҫтереп, һатыуға сығарылғанын да, сит яҡтан килтерелгәнен дә табырға мөмкин. Йәнең ҡайһыһын теләй! Уңған хужабикәләр сейә, ҡыҙыл, ҡара ҡарағат, ҡурай еләге тәҡдим итәләр. Хаҡтары төрлөсә. Мәҫәлән, баҡса грушаһының 5 литрлыҡ биҙрәһенә 200 һум һорайҙар, ҡыр сейәһенең 3 литрлыҡ биҙрәһе - 200 һум. Һатыулашып, әҙерәк осһоҙораҡҡа алырға ла була. Нектарин, абрикос, слива менән сауҙа итеүселәр бихисап. Күбеһе - "ҡара" халыҡ. Нектариндың килограмын - 90-120 һумға, алманы - 80-175, лимонды - 130, персикты - 150, сливаны - 85-100, виноградты - 100, ҡыҙыл боросто - 85, һарымһаҡты 200 һумға алырға була. Боҙола башлаған емеш-еләкте түбәнерәк хаҡҡа ла тәҡдим итәләр. Ҡарбуздың килоһы - 26, ҡауын 45 һум. Помидорҙың килограмына - 45, ҡыярға 50 һум һорайҙар. Әле яңы ғына бер килоһы 4000 һумға барып еткән имбирҙе бөгөн 180-200 һумға алырға була.Баҡсасылар, килоһын 50 һум менән, үҙҙәре үҫтергән ҡыярҙы тәҡдим итәләр. Ә магазиндарҙа ҡыярҙың хаҡы, сифатына ҡарап - 28-ҙән 30 һумға тиклем. Билдәһеҙ урындан килтерелгәнде алғансы, үҙ еребеҙҙә үҫкәне яҡшы, әлбиттә. Һатыуҙа шулай уҡ картуф та бар. Былтырғы уңыштың бер биҙрәһе 150 һумдан башлана. Өлгөр, уңған хужабикәләр быйылғы уңышты ла һатыуға сығарған, 3 литрлыҡ һауытта ул 100 һум тора. Ҡәҙимге ҙурлыҡта булған картуфты ҡасан сәсеүҙәре менән ҡыҙыҡһындым. - Тиҙ өлгөрә торған сортлы картуф ул, майҙа ултыртҡайным, бына өлгөрҙө лә инде, - тип картуфының шундай ҙур булып үҫеүе серҙәре менән ихлас уртаҡлашты апай.Һөт продукцияһы менән сауҙа итеүселәр рәте лә ишле генә. Һөттө бында 1,5 литрлыҡ шешәләгеһен 70 һум менән тәҡдим итәләр. Ҡаймаҡтың 1 литры - 340 һум; майҙың килограмы - 500 һум. «Пятерочка», «Магнит» супермаркеттарының да хаҡтарын белештек. "Магнит" магазины товароведы Лилиә Сәғәҙәтова белдереүенсә, хаҡтар көн дә төрлөсә булыуы ихтимал. Был ташламалар менән бәйле, ти ул. Мәҫәлән, помидор бер көн 30 һум булһа, икенсе көнө 54 һумға күтәрелеүе лә ихтимал. Абрикос, нектарин, слива, сифатына ҡарап, 80 һумдан алып 130 һумға тиклем. Алманың иң осһоҙо - 65 һум булһа, иң ҡиммәтлеһе - 130 һум. Виноград - 120-200, груша - 130, банан - 45 һум. Ҡыярҙы 28-30 һумға алып була. Һуғандың хаҡы - 29 һум. Ҡауындың килоһы - 48 һум, ә ҡарбуздың иң осһоҙо нәҡ "Магнит" супермаркетында булып сыҡты - 19-20 һум. Баклажан, ташҡабаҡ кеүек йәшелсәләрҙе лә табырға мөмкин. Һарымһаҡтың яңы уңышының бер килоһы 210 һумдан башлана. Магазиндарҙа яңы уңыш картуфының килограмы 45 һум тора. Тыныслыҡ урамында урынлашҡан "Колбаса лавкаһы" шәхси магазинында ла булдыҡ. Помидор - 48, ҡыяр - 30 һум. Йәшел алманы - 163, сливаны - 75, нектаринды - 120, әфлисунды - 188, мандаринды 136 һумға тәҡдим итәләр. Ҡарбуздың килоһы 30 һум тора. Ҡарбуз, ҡауынды магазиндарҙа ғына түгел, урамда ла байтаҡ ерҙәрҙә тәҡдим итәләр. "Евразия" сауҙа үҙәгенең бер-ике нөктәһендә, "Спартак" магазины янында, ғөмүмән, кеше ҡайҙа күп - шул урында. Ҡауын-ҡарбуздың хаҡы бер көн ҡараһаң бер төрлө, икенсе көнөнә, ул ҡырҡа күтәрелә, тағы бер аҙҙан төшөп китә. Был продукцияны һатыусылар быны әлеге лә баяғы пандемия арҡаһында илдәр араһындағы сиктәрҙең бер асылып, бер ябылып тороуы менән аңлата. Ғөмүмән, бындай хәл ситтән индерелгән һәр тауарҙа сағылыш таба.Еләк-емешең булғас, уны эшкәртеп, компот-һуттар, ҡайнатмалар әҙерләү өсөн шәкәре лә кәрәк. Татлы аҙыҡҡа хаҡтар һәр магазинда төрлөсә. Шуға ла иң элек хаҡтарҙы ҡарап сығып, унан ғына һатып алыу хәйерлерәктер. «Магнит»та бер килоһы - 34 һум; «Пятерочка»ла - 34, "совет" шәкәре тигәне - 49; "Лика" магазинында - 39 һум. Ауыл магазиндәрында шәкәрҙең килоһы - 44-46 һум. Күрәһең, юл хаҡы ла шунда кергәндер.
Читайте нас: