Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Август 2020, 18:20

“Маһира килен, Әбдрәхим туҙынғанда ауыҙыңды яп”

Боронораҡ була был хәл. Маһира исемле ҡатын ире менән юҡ ҡына сәбәп табып ирешә лә китә икән.

Боронораҡ була был хәл. Маһира исемле ҡатын ире менән юҡ ҡына сәбәп табып ирешә лә китә икән. Талаш-тартыш, әлбиттә, яҡшыға алып бармай, ғаилә тормошоноң ҡото китә башлай. “Матур ғына йәшәй инек бит һуң, ниңә былай булып китте әле? Күҙ тейгәндер”, – ти ҙә ҡатын хәҙрәткә бара.– Әбдрәхим менән татыу ғына йәшәй инек, әллә ни булды. Ирешәбеҙ ҙә китәбеҙ. Берәй нәмә өшкөрөп бирмәҫһегеҙме икән, хәҙрәт ағай? – тип йомошон әйтә. Диндар ҡағыҙ алып ниҙер яҙа ла, уны бәләкәй генә итеп йомарлап, ҡатынға тоттора:– Бына ошо яҙыуҙы берәй ныҡлы нәмә менән көпләп, бетеү һымаҡ итеп эшләп ал. Әбдрәхимең туҙына башлаһа, шуны тиҙ генә тел аҫтыңа һал. Ярҙам итер.Ысынлап та, яйлана быларҙың тормошо. Арыу уҡ йылдар үткәс, теге ҡатын хәҙрәттән: “Шул саҡта һеҙ миңә нимә тип яҙып биргәйнегеҙ?” – тип һорай ҡуя.Хәҙрәт кеткелдәп көлә лә: – “Маһира килен, Әбдрәхим туҙынғанда ауыҙыңды яп” тигән яҙыу ине ул, – тип яуаплай.
Автор: Г. ЯҠШЫҒОЛОВА әҙерләне.
Читайте нас: