Уны бер эләктереп алһаң, ҡотолормон тимә. Шулай ҙа уны ярты көн эсендә еңеү ысулы бар. Рецебы ла ябай ғына.
Йүтәлдән дауаланыу өсөн 500 грамм һуғанды таҙартып, ваҡ ҡына итеп турарға кәрәк. Уға 400 грамм шәкәр ҡушып болғатабыҙ. Унан ҡатнашманы 1 литр һыуға һалып 3 сәғәт буйына талғын утта ҡайнатабыҙ. Шунан уттан алып, бүлмә температураһына тиклем һыуытабыҙ. Артабан ҡайнатмаға 50 грамм бал һалып иретергә.
Әлеге ҡайнатманы аш алдынан эсергә кәрәк. Балаларға – 4-6 сәй ҡалағы, ололарға 4-6 аш ҡалағы бирелә.
Был рецепты ҡулланғанда, йүтәлдән 12 сәғәт эсендә ҡотолорға була.
Фото: https://pixabay.com/ru