Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Август 2020, 18:25

Һынамыштар ни һөйләй?

Турғай түбәндән осһа, көҙ ҡыҫҡа булыр.• Беренсе октябрҙә ел көнө буйына төньяҡтан булһа, ҡыш һалҡын килер; ел көньяҡтан булһа – йылы ҡышҡа һәм киләһе йылда ашлыҡ уңыуға. • Көҙөн ҡоштар түбән осһа, ҡыш – һалҡын, бейек осһа, йылы килер.• Ҡыр ҡаҙҙары йылы яҡҡа киткәндә түбән осһа, тиҙҙән ҡар яуыр.• Ҡыр ҡаҙҙары иртә китһә, ҡыш иртә килер.• Ҡарлуғас йылы яҡҡа иртә китһә, ҡыш оҙаҡ һәм һыуыҡ булыр.• Йорт ҡоштары баштарын ҡанаттары аҫтына йәшерһә, көн һалҡынайыр.• Ҡырмыҫҡалар иләүҙе бейек яһаһа – һалҡын ҡышҡа.• Беренсе ҡар көндөҙ яуһа, ҡыш һыуыҡ булыр, төндә яуһа, йылы килер.• Әгәр беренсе ҡар ваҡ бөртөклө яуһа, яҙын ҡар тиҙ иремәҫ, йәй ямғырлы булыр, ашлыҡ-бесән уңыр.

Турғай түбәндән осһа, көҙ ҡыҫҡа булыр. Беренсе октябрҙә ел көнө буйына төньяҡтан булһа, ҡыш һалҡын килер; ел көньяҡтан булһа – йылы ҡышҡа һәм киләһе йылда ашлыҡ уңыуға. Көҙөн ҡоштар түбән осһа, ҡыш – һалҡын, бейек осһа, йылы килер. Ҡыр ҡаҙҙары йылы яҡҡа киткәндә түбән осһа, тиҙҙән ҡар яуыр. Ҡыр ҡаҙҙары иртә китһә, ҡыш иртә килер. Ҡарлуғас йылы яҡҡа иртә китһә, ҡыш оҙаҡ һәм һыуыҡ булыр. Йорт ҡоштары баштарын ҡанаттары аҫтына йәшерһә, көн һалҡынайыр. Ҡырмыҫҡалар иләүҙе бейек яһаһа – һалҡын ҡышҡа. Беренсе ҡар көндөҙ яуһа, ҡыш һыуыҡ булыр, төндә яуһа, йылы килер. Әгәр беренсе ҡар ваҡ бөртөклө яуһа, яҙын ҡар тиҙ иремәҫ, йәй ямғырлы булыр, ашлыҡ-бесән уңыр. Сентябрҙә күк күкрәһә, көҙ оҙаҡ һәм йылы булыр. Беренсе октябрҙә ҡар күренһә, ҡырҡ көндән һуң ҡар ятыр. Көҙөн япраҡтар тиҙ ҡойолоп бөтһә, ҡыш ҡаты булыр. Миләш, имән сәтләүеге уңһа,ҡыш һалҡын килә. Көҙ оҙон һәм йылы булһа, яҙ һуң килер.
Автор: Г. ЯҠШЫҒОЛОВА әҙерләне.
Читайте нас: