Яйыҡ
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Август 2020, 18:35

Һаҡланыу сараларын онотмайыҡ

БР-ҙың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 27 авгусҡа Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһын йоҡтороусылар һаны 7667 кешегә еткән.

БР-ҙың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 27 авгусҡа Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһын йоҡтороусылар һаны 7667 кешегә еткән.
Дөйөм алғанда, 27 авгусҡа республика дауаханаларында 72 пациент КОВИД-19 диагно-зынан дауаланыуын дауам итә. Үлем статистикаһы үҙгәрешһеҙ ҡала - бөгөнгө көнгә 28 кешенең ковидтан вафат булыуы билдәле. Ун пациент ауыр хәлдә, береһе тын юлдарын яһалма елләтеү ҡорамалына тоташтырылған, тип белдерелә. Өйҙә сирҙең еңел формаһы менән 708 пациент дауалана икән бөгөнгә.
Пандемия башланғандан алып республикабыҙҙа 6 837 кеше был яңы төр инфекцияны еңеүгә өлгәшкән.
Башҡортостанда шулай уҡ 27август көнөнә, тәүлек эсендә, дауаханан тыш пневмония менән сирләүселәрҙең 82 яңы осрағы теркәлгән. Был диагноз менән 113 кеше һауығып өйҙәренә ҡайтарылған, тип хәбәр ителә.
Рәсәй буйынса 27 авгусҡа барлығы 975 576 кешенең сирләүе билдәле. Һуңғы тәүлектә илебеҙҙең 85 төбәгендә 4711 яңы осраҡ теркәлгән булған. Пандемия башланғандан алып Рәсәйҙә 792 561 кеше һауыҡҡан, 16804 граждан үлгән.
Хәл бер ни тиклем тотороҡланған кеүек булһа ла, мәкерле вирус һис кенә сигенергә уйламай. Шуға ла табиптар шәхси һаҡланыу сараларына етди ҡарарға кәңәш итә. Кеше күпләп йыйылған урындарҙа һәм йәмәғәт транспортында битлектә һәм бирсәткәлә булыу мотлаҡ. Социаль дистанция һәм санитар-гигиена талапта-рын теүәл үтәргә кәрәк.
Фото - "Башинформ"
Читайте нас: