Яйыҡ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Август 2020, 17:55

Ҡазанда Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә һәйкәл асылды

Ҡазанда Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә Һәйкәл асылды.

Бөгөн Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанда Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә Һәйкәл асылды. Тантанала Татарстан етәксеһе Рөстәм Миңлеханов менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.
Мостай Кәрим һәйкәле шағир исемен йөрөткән скверҙа урынлашҡан. Монументтың скульпторы - Рәсәй рәссамдар берлеге рәйесе Андрей Ковальчук. Уға Татарстан Президентының рәхмәт хаты тапшырылды. Радий Хәбиров һәйкәл авторын Башҡортостандың дәүләт наградаһы – Халыҡтар Дуҫлығы ордены менән бүләкләне.
“Был монумент башҡорт һәм татар халҡының дуҫлығын тағы ла нығытыр”, - тине тантанала Татарстан етәксеһе Рөстәм Миңлеханов. Ул Башҡортостан башлығы Радий Хәбировҡа рәхмәт һүҙҙәрен дә еткерҙе.
“Мостай Кәрим һәйкәле беҙҙең халыҡтар араһындағы дуҫлыҡ символына әүерелеренә ышанам”, - тине Радий Хәбиров та үҙ сығышында.
Фото - "Башинформ"
Читайте нас: