Яйыҡ
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Август 2020, 16:30

Белгестәр грипп хаҡында иҫкәртә

Уҡыу йылы башланыу менән гриптың яңы төрө көсәйеүе ихтимал. Был хаҡта Дәүләт Думаһының мәғариф һәм фән комитеты рәйесе урынбаҫары Геннадий Онищенко иҫкәртте.

Уҡыу йылы башланыу менән гриптың яңы төрө көсәйеүе ихтимал. Был хаҡта Дәүләт Думаһының мәғариф һәм фән комитеты рәйесе урынбаҫары Геннадий Онищенко иҫкәртте.
Уның билдәләүенсә, балалар коронавирусты еңелсә үткәрә, шуға күрә пандемия - уҡыу йылын 1 сентябрь башлауға кәртә була алмай. Ләкин быйыл гриптың яңы төрҙәре көтөлә. Был бик хәүефле,- тигән ул.
Рәсәй хөкүмәте кешеләрҙең 70 процентын вакцинациялау хаҡында белдергән. Тәү сиратта прививкалар уҡыусыларға, уҡытыусыларға, медицина хеҙмәткәрҙәренә һәм өлкән быуын кешеләренә тәғәйенләнә.
Геннадий Онищенко эшләп йөрөүселәргә вакцинаны страховкалау компанияһы йә иһә эш биреүселәр иҫәбенә эшләтеүҙе тәҡдим итте.
"Башҡортостан ҡыҙы" төркөмөнән.
Читайте нас: