Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Август 2020, 16:15

Әрем әрһеҙ тимәгеҙ...

“Тәмле ашаған – тартышҡан”, тигән халыҡ. Был мәҡәлдең ҡасан килеп сыҡҡаны билдәле түгел, ул ваҡытта бөгөнгө кеүек күп төрлө тәмле ризыҡ та булмағандыр. Тик боронғо кешеләр алдан уҡ беҙгә киҫәтеү яһап ҡуйыуҙы кәрәкле тип иҫәпләгән һәм тәмлене саманан артыҡ ашау кеше өсөн зыянлы икәнен яҡшы белгән. Әрем – күптәрҙе ҡотҡара торған үлән. Юҡҡа ғына ул һуңғы йылдарҙа тотош баҫыу булып үҫмәй.

“Тәмле ашаған – тартышҡан”, тигән халыҡ. Был мәҡәлдең ҡасан килеп сыҡҡаны билдәле түгел, ул ваҡытта бөгөнгө кеүек күп төрлө тәмле ризыҡ та булмағандыр. Тик боронғо кешеләр алдан уҡ беҙгә киҫәтеү яһап ҡуйыуҙы кәрәкле тип иҫәпләгән һәм тәмлене саманан артыҡ ашау кеше өсөн зыянлы икәнен яҡшы белгән. Бар тәғәмдә – шәкәр Был әйтем бөгөнгө халәтебеҙҙе, йәшәү рәүешебеҙҙе сағылдыра кеүек. Беҙ үҫкәндә ошо тиклем татлы ризыҡтарҙың булмауы һәйбәт тә булғандыр. Әле татлы ризыҡты күпләп ашауыбыҙ, бигерәк тә балаларға ашатыуыбыҙ арҡаһында килеп сыҡҡан ауырыуҙарҙың иге-сиге юҡ. Тамаҡ туйып ҡалған һымаҡ булһа ла, бындай аҙыҡ файҙалы матдәләр бирмәй, һимертә. Был бөтөн ағзаларға ла ауырлыҡ килтерә, ҡан баҫымы уйнай, йөрәк һикерә, тын ҡыҫыла, гормональ тайпылыштар башлана... Эйе, сифатлы шоколад, печенье ашау аҙ-маҙ күңелде күтәрә, көс-дәрт бирә. Ә бына бигерәк тә балалар организмына кәрәк булған “Менделеев таблицаһы” уларҙа юҡ. Хәҙер татлы ризыҡ ашарға ныҡ күнектек, организмды боҙҙоҡ, күп кенә тәбиғи ризыҡтар тәмһеҙ күренә, беҙ уларҙан йөҙ борабыҙ. Дөрөҫ тәм һиҙеү һәләтебеҙ көсһөҙләнгән, тигән һүҙ. Кеше хәҙер кәрәкһә лә, кәрәкмәһә лә күп ризыҡҡа шәкәр ҡомо һала, уны тәмләндерергә тырыша. Бәләкәйҙән үк балаларға тәмле булһын тип сәйҙе лә баллы итеп бирәбеҙ, хатта эремсек, ҡатыҡ, кефир кеүек ризыҡты ла. Бына шулай итеп рәхәтләнеп организмды микробтар, бәшмәк, зыянлы бактериялар үрсей торған лайлалы мөхиткә әйләндерәбеҙ. Ә ундай организм теләһә ниндәй сир алдында ҡапҡа­лары шар асылған, бер һаҡсыһы ла булмаған йортҡа әйләнә. Был осраҡта дошмандар – бактериялар, вирустар үрсей, ағзаларҙы көсһөҙләндерә. Уларға ҡаршы торған иммунитет та ҡаҡшай. Ғөмүмән, бөгөн дауалап булмаҫлыҡ ауыр сирҙәрҙең күбәйеүе туп-тура ашауға, эскән һыуға бәйле, шул ризыҡтар араһында иң зыянлыһы – тәмле-татлы ризыҡ. Уларҙы ашамайынса, башҡорт балы, кипкән емеш-еләк, тәбиғи ҡаҡ менән сәй эсһәң, шуның эргәһендә үҙебеҙ бешергән шәкәрһеҙ печенье-бәлеш торһа, ҡалай һәйбәт булыр ине! Ашауҙы тыйыу – буш ғәмәл, сөнки тыйылған емеш һәр саҡ татлыраҡ тойола. Ә уларҙы сама менән тәмләү йәки, самалап булмаһа, уларҙың зыянын кәметергә буламы тигән һорау һәр беребеҙҙең башында тыуһа, ифрат шәп булыр ине. Ошо һорауға яуап эҙләү һәм табыу милләттең сәләмәт­леген нығытыу йәһәтенән профилак­тикаға тиң. Был балаларҙы ла, үҙе­беҙҙе лә күп төрлө вируслы ауырыу­ҙарҙан йолоп ҡалыуға ярҙам итәсәк, ҡурҡыныс сирҙәргә кәртә буласаҡ. Уйланырға урын бар Әгәр ҙә беҙ ике һауыттың береһенә – тоҙ, ә икенсеһенә шәкәр һалып ҡуйһаҡ, ҡайһыһына себен ҡунасаҡ? Әлбиттә, шәкәргә! Ә уларға һыу һалып ебетһәк, ҡайһыһы ҡортлаясаҡ йәки күгәрәсәк, хатта өҫтөндә бәшмәк барлыҡҡа киләсәк? Әлбиттә, тағы шәкәрле һыу. Тимәк, беҙҙең бөгөн сиргә баты­уыбыҙҙың төп сәбәптәренең береһе – тонналап ашалған тәм-том. Уларҙы ашауҙы сикләмәй йәшәһәк, ундай ризыҡтар ниндәй эҙемтәләргә килтереүен уйламаһаҡ, эш харап. Өҫтә килтергән миҫалдағы кеүек, беҙҙең организмыбыҙ себен ҡунған шәкәр төҫлө. Русса бер мәҡәл бар: “Чем бы ребенок не тешился, лишь бы не плакал”. Был һүҙҙәр әлеге ваҡытта бигерәк тә көнүҙәк. Хәҙер күбебеҙ балаларға ярарға тырышып торабыҙ. Кәнфит, шоколад, тәмле печенье теләйһеңме – иламаһын, ҡама­сау­ламаһын. Эсендә сир барлыҡҡа килә тигән уй башҡа кереп тә сыҡмай. Балалар араһында киң таралған аллергия, псориаз, астма, шәкәр, хатта яман шеш ауырыуҙарының паразит­тарға бәйле булыуын күп ғалимдар, табиптар иҫбат иткән. Хатта уларҙың быуындарға инеп, быуын сиренә тиклем еткереүе лә асыҡланған. Тимәк, ул ауырыуҙар күктән төшмәгән, уларҙы үҙебеҙ үҫтергәнбеҙ. Балаларыбыҙҙың да ауыр сирҙәргә дусар булыуына күп осраҡта бары үҙебеҙ ғәйепле. Мал табабыҙ, донья ҡыуабыҙ, ә бер көн килеп донъя беҙҙе йәки яҡындары­быҙҙы ҡыуа. Яҡты донъянан.Кеҫә яғын ҡапшап ҡараһаң... Ғалимдар паразиттарҙың, бакте­рия­ларҙың кеше организмына ни тиклем кире йоғонто яһағанын күптән иҫбатлаған, тип әйттек. Ә нисек уларҙы булдырмаҫҡа, ниндәй иҫкәртеү саралары күрергә? Ундай дарыу ҡайҙа һатыла тип уйлап, кеҫәлә булған-булмаған аҡсаны ҡапшай башлайбыҙ. Юҡ, яҡташтар, тир түгеп эшләп алған хәләл малығыҙ кеҫәгеҙҙә кәрәк саҡҡа тиклем ятһын әле. Аллаһ Тәғәлә беҙҙең ошо көнгә төшөрҙө алдан уҡ һиҙгән, белгән, шуға беҙгә дауаһын да биргән. Иң тәүҙә, әлбиттә, “Тәмле ашаған – тартышҡан” тигән мәҡәлде әбей- бабайҙар беҙгә юҡҡа әйтеп ҡалдыр­мағанын аңлайыҡ. “Нимә тип яҙһаң да, мин барыбер ашайым, балаларға тәмле ризыҡ та ашатмағас, ҡыҙыҡ та инде был Зәүхиә”, – тиер бәғзеләр. Әлбиттә, бөгөн тәм-томдоң зыянлы икәнен аңлаған ғаиләләр бар. Афарин! Ә беҙ уны ашауҙы ныҡ кәметергә тырышайыҡ, ихтыяр көсө етмәһә, исмаһам, әйҙәгеҙ, көн дә паразиттарға ҡаршы үҙебеҙҙең ҡул аҫтында булған үләндәр, ризыҡтар менән көрәш алып барайыҡ, уларға үрсергә бирмәйек. Бәғзе дарыуҙарҙы тапап йә эргәһенән уҙып йөрөйбөҙ.Осраҡлы осрашыу булмаған Бының шулай икәнлеген бер ваҡиға аңлатты. Мин төрлө быуын кешеләре менән аралашырға яратам. Был хәл егерме йыллап элек булды. Ғәлимә апай эшкә минең яныма һөйләшеп ултырырға килә, Ҡөрьән сүрәләре уҡып китә ине. Туҡһан йәшкә етеп килгән апайҙың үҙ аяҡтарында йөрөүе, зиһенле булыуы өлгө ине һәм уның сәбәбен белгем килде. Яуап үтә ябай һәм ифрат фәһемле булды: “Мин ғүмер буйы әрем сәйе эсәм. Кешеләр уны әсе, тәмһеҙ тип эсмәй. Файҙаһы, ҡыҙым, ҙур, һин уны гел эс. Шуның өсөн хәтерем дә яҡшы. Кәрәгенән артыҡ һимертмәй, эсең ҡортламай. Паразиттарҙан дарыу эскән булалар, аҡса түгәләр, эй, әҙәм балалары аңһыҙ ҙа инде”, – тине. Бер аҙҙан был апай­ҙың аяғы һынған. Килмәй башлағас, аптыраған инем. Бер саҡ таяҡҡа таянып килеп еткән. “Аяғымды һындырҙым, әммә тиҙ төҙәлде. Табиптар ҙа аптыраны, һөйәк һынған урын серемәһен тип, әрем эстем”, – тине ул. Ошонан һуң әрем менән ҡыҙыҡ­һына башланым, йыйып эсә башланым. Иҫ киткес файҙалы икәнен аңланым. Бөтөн сәләмәтлегем тыуған еребеҙҙә, болон-ҡырҙарҙа, урман-тауҙарҙа булған икән! Әрем бит бөтә ерҙә үҫә, эҫкертләп йыйырлыҡ. Аллаһ Тәғәлә, беҙҙең сиргә батып барыуыбыҙҙы күреп, уны һәр ҡапҡа төбөнә тиерлек алып килеп еткергән. Күптәребеҙ әремде сүп тип, төбө-тамыры менән аҡтарып сығарып ырғыта, ҡулға һеңгән еҫен һабынлап йыуып бөтөрәбеҙ. Ни тиклем һаңғырау һәм һуҡырбыҙ үҙ сәләмәтлегебеҙгә ҡарата! Әрем тураһында фән нимә ти? Был үләндең файҙалы икәнен бөтөн боронғо табиптар, шул иҫәптән, Гиппократ та, Әбуғалисина ла белгән, уның менән дауалауҙы киң ҡулланған. Әремдең организмдағы күп сирҙәргә ҡаршы торорлоҡ көсөн белгәндәр: аяҡҡа уралһа – арығанды, сәй итеп эсһәң – эстәге сирҙәрҙе бөтөрөүен, ишек өҫтөнә киптереп элһәң, насар көстәрҙе тупһа аша уҙҙырмауын, өйҙә төтәтһәң, төрлө эпидемия ваҡытында һауаны зарарһыҙлауын, киптереп гөлләмә итеп һауытҡа ҡуйһаң, өйҙәге һауаны микроорганизмдарҙан таҙартып тороуын, мәҫәлән. Бөгөн иһә минең өсөн иң мөһиме – әрем кешенең эсендә паразиттарға үрсергә бирмәй, булһалар – уларҙы бөтөрә. Шул уҡ ваҡытта, әремде ҡулланыуҙың самаһын да белергә тейешбеҙ, ҡасан ярамағанын да. Был үләнгә аллергияһы булған кешеләргә, ауырлы ҡатындарға, бәләкәй балаларға ҡулланыу тыйыла. Әремдең бөгөн киң таралған яман шеш сиренән дә файҙалы булыуы иҫбатланған. Шулай уҡ дисбактериоз, эс китеү, йүткереү, пневмония, ағыуланыу, астма һәм башҡа сирҙәрҙе лә йырып сығырға ярҙам итеүе билдәле. Әрем тураһында бик күп яҙырға була. Миҫалдарға ҡолаҡ һал Әремгә бәйле бихисап хәлдәрҙе бәйән итә алам. Улар, бәлки, кемгәлер ярҙам итер. Әлиә исемле ҡыҙҙың әсәһе: “Төнө буйы йоҡо юҡ. Ҡыҙҙың астмаһы менән интегәбеҙ. Меҫкенкәйем, үҙе лә йоҡламай, мине лә йоҡлатмай, сөнки өйәнәк нәҡ төндә башлана. Ниндәй генә дарыу эсмәнек, файҙаһы бик күренмәй”, – тине. Мин әрем эсергә тәҡдим иттем. Самаһын әйттем, курсын билдәләнек. Ашай торған аҙыҡтарҙан лайланы, төкөрөктө арттыра торған ризыҡтарҙы кәметтек, сөнки Әлиә йүткерә-йүткерә һөйләшә, танау аша йүнләп тын ала алмай. Бындай хәл баланың туҡланыуы дөрөҫ түгеллеген күрһәтә. Быларҙы дөрөҫләгәс, ҡыҙ астманың (быуманың) нимә икәнлеген күптән онотто. ...Әхнәф ағай менән Сәриә апай ҡартайған көндәрендә лә матур итеп парлашып йөрөй, осрашҡанда ихлас күңелдән һөйләшә ине. Ә бер көн Сәриә апай бер үҙе генә осраны. Ул Әхнәф ағайға һыуыҡ тейеп, пневмония менән дауаханаға эләгеүен һөйләне. “Ике аҙна ята, көслө антибиотиктар яһанылар. Хәле һәйбәтләнмәне, ярты үпкәһе ҡарайған. Китергә йыйына, ахыры. Ни эшләргә лә белмәйем”, – тине ул күҙ йәше аша. Мин уға кипкән әрем бирҙем. “Бөгөн үк алып барығыҙ, сәй урынына төнәтмәһен көнөнә өс-дүрт тапҡыр эсһен, хәле яҡшыра башлағас, бер-ике тапҡыр эсер”, – тинем. Ундай осраҡта ярҙам көслөрәк булһын өсөн бер стакан ҡайнар һыуға ярты сәй ҡалағы кипкән үлән һалабыҙ. Әхнәф ағай ике аҙнанан минең янға килде: “Әрем генә ҡотҡарҙы. Рәхмәт, һеңлем”, – тине. Миңә түгел, ә ул үләндәрҙе биргән Аллаһ Тәғәләгә рәхмәт! Мин иһә уларҙы йыйып, кип­тереп таратыусы ғына. Бындай тарихты күпләп яҙырға була. Гәзит уҡыусылар араһында ла әремдең файҙаһын күреүселәр күптер. Уның электән үк тәбиғи антибиотик икәнен белеп, төрлө сирҙәрҙән ҡулланған­дарын минең дә ишеткәнем бар.Ҡасан йыйырға? Әремде һап-һары булып, тирә-яҡҡа әскелтем хуш еҫен борҡотоп ултырған ваҡытта йыям. Ҡояшһыҙ, еләҫ урында киптергәс, ҡағыҙ тоҡҡа һалып ҡуям. Унан төнәтмә яһап йәки ҡоро, кипкән сәскәләрен һыу менән эсергә була. Спирт йәки араҡы һалып төнәтмә яһарға ла мөмкин. Самаһы төрлөсә –йәшкә, сирҙең төрөнә, кешенең хәленә ҡарап билдәләнә. Һәр кемдә үҙенең һиҙемләү көсө була. Ул да самаһын белгертә. Ә бына сирҙәрҙе иҫкәртеү өсөн эсә торған көндәлек миҡдар бөтә кешегә лә файҙа бирә. Бының өсөн көн дә йоҡларға ярты сәғәт ҡалғас, 10-15 бөртөк кипкән сәскәһен ярты стакан йылы һыу менән ҡабып йотһаң, улар беҙҙең организмды эстән таҙартып тота. Иртәнсәк торғас, ауыҙҙан тәмһеҙ еҫ килмәй, бер рәттән эстәге ағзалар сәләмәтләнә. Әрем ашҡаҙанға ла ыңғай тәьҫир итә, аппетитты аса. Ул беҙҙең эсте таҙартып, төрлө инфекцияларҙан, бактерияларҙан аралай. Бына шундай мөғжизәле үлән үҫә беҙҙә. Ул иң тәмле, хуш еҫле, тын алышын асып ебәрә торған үлән!Йомғаҡлау урынына Был юлдарҙы уҡығас, күптәр әрем тәмен ауыҙында тойоп: “Эйе, тәмле булып ҡуймаһын, үҙең эс”, – тип әйтер. Юҡ, дуҫтар, ысынлап тәмле ул, беҙ тик тәмле аҙыҡ ашап боҙолғанбыҙ, йәғни тәбиғи ризыҡтарҙы тоя торған рецепторҙар көсһөҙләнгән, йә бөткән. Әрем – күптәрҙе ҡотҡара торған үлән. Юҡҡа ғына ул һуңғы йылдарҙа тотош баҫыу булып үҫмәй. Минең өсөн хәҙер әрем еҫе иң тәмле бальзам һымаҡ. Осраһа, үтеп китмәйем, сөнки тәбиғәт байлыҡтарын Аллаһ Тәғәлә фәҡәт кешелек өсөн биргәненә иманым камил. Әремде семетеп кенә япрағын өҙөп ҡабам, сәскә атҡан сағы булһа, сәскәһен. Тәбиғәт менән кеше ниндәйҙер тылсымлы бәйләнештә торғанын ғүмер алға барған һайын нығыраҡ аңлайым. Ошо тылсымлы бәйләнеш юғалған һайын көсһөҙләнә, сырхаулана, уҫаллана, ҡырағайлана барабыҙ һымаҡ, шулай уҡ ниндәйҙер яһалмалыҡ көсәйә. Һәр үҫемлеккә Аллаһ Тәғәләбеҙ беҙҙең үткер зиһенебеҙ аңларлыҡ, эске тойомлау менән һиҙерлек мәғлүмәтте биргән. Уны уҡыр өсөн күҙҙәрҙәге пәрҙәләрҙе асырға, зиһенде үткер­ләргә, аңды уятырға кәрәк, тип уйлайым. Татарстан Республикаһы.
Автор: Зәүхиә ҠӘҘЕРБӘКОВА

Читайте нас: