Яйыҡ
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Август 2020, 10:25

Өҫтәмә төркөм асыла

“Демография” милли проектына ярашлы, Яңауыл ҡалаһының "Ҡыңғырау" балалар баҡсаһында өҫтәмә төркөм асыла.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
“Демография” милли проектына ярашлы, Яңауыл ҡалаһының "Ҡыңғырау" балалар баҡсаһында өҫтәмә төркөм асыла.
Яңауыл ҡалаһындағы “Ҡыңғырау” тип аталған 7-се баҡсаның хеҙмәткәрҙәре кескәйҙәрҙе ашҡынып көтә. Бында былтырғы йыл аҙағында 25 урынлыҡ өҫтәмә төркөм асыу мөмкин булған. Был эш ил күләмендә бойомға ашырылған “Демография” милли проектына ярашлы башҡарылған. Проектты тормошҡа ашырыуҙың дөйөм күләме 3 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән. Был аҡсаға бинаға капиталь ремонт үткәрелгән, йылы келәмдәр, яңы уйынсыҡтар, уңайлы йыһаздар һатып алынған.
Уйын бүлмәһенең тәҙрәләрен йәнһүрәт геройҙары төшөрөлгән сағыу жалюзиҙар биҙәй. Ә яңы һатып алынған электрон пианино музыка дәрестәрен ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп үткәреүгә булышлыҡ итәсәк.
"Башҡортостан" гәзите.
Фото: Яңауыл районы хакимиәте.
Читайте нас: