Яйыҡ
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Август 2020, 12:00

Ҡайтыу

Иллене ҡыуып барғанда ошо хәлгә төшөрмен тип, ике ятып бер төшөнә лә инмәй ине Зөбәйерҙең. Йөрө инде хәҙер үҙ йортоңа үҙең инә алмай, ҡасып-боҫоп, ат урлаған ҡараҡтай. Ир, ҡараңғы төшкәнен көтөп, ҡаса-боҫа үҙ йортона килде…

Иллене ҡыуып барғанда ошо хәлгә төшөрмен тип, ике ятып бер төшөнә лә инмәй ине Зөбәйерҙең. Йөрө инде хәҙер үҙ йортоңа үҙең инә алмай, ҡасып-боҫоп, ат урлаған ҡараҡтай. Ир, ҡараңғы төшкәнен көтөп, ҡаса-боҫа үҙ йортона килде… Ҡапҡа эргәһенә еткәс, тирә яғына ҡаранды, бер кем күренмәй. Ары-бире эттәр өрөүен иҫәпкә алмағанда, ауыл ауыр тынлыҡҡа сумған. Тик бер нисә өйҙә генә ут күренә. Уларҙың өйөндә ут юҡ. Сәғиләһе, оҙон көн буйы донъя мәшәҡәттәренән арып-талып, йоҡоға талғандыр. Зөбәйер һаҡлыҡ менән генә ҡапҡа биген асты, ипләп кенә ҡапҡаны этәрҙе. Уныһы асылып та өлгөрмәне, Аҡтырнағы һарылды. Этен ҡосаҡлап, башынан һыйпаны. Ошоно ғына көтөп торған Аҡтырнаҡ хужаһының ҡулдарын, битен яланы. Этенең йылы теле битенә ҡағылғас, Зөбәйерҙең күңеле тулып китте, күҙҙәренә йәш эркелде. Әйтерһең, уны Аҡтырнағы түгел, ә Сәғиләһе ҡосағына алып, битенән үбә ине. Ошо уйҙарынан үҙе һиҫкәнеп китте ул. Яйлап ҡына барып тупһаға ултырҙы. Аҡтырнағы ла, ҡойроғон болғай-болғай, уға һыйынды. Бахыр, барыһын да аңлағандай, күҙҙәрен мөлдөрәтеп ҡарай хужаһына. Теле генә юҡ шул, әгәр теле булһа, бәлки әйтер ине: “Етте Зөбәйер! Сәғиләң, балаларың һине көтә. Ысын ир бул, ғәйебеңде таны, эйелгән башты ҡылыс киҫмәй.” Эйе шул. Зөбәйер турайҙы, киҫкен генә аҙымдар менән ишеккә тотондо. Юҡ шул, булмай. “Ни йөҙөм менән Сәғиләгә, балаларға ҡарарға?” Тәмәкеһен ҡабыҙҙы, бер нөктәгә текләп, уйҙарына сумды. Юҡтан ғына тауыш сыҡты ул көндө.Киске сәйгә ултырғас, Сәғиләһе “Күршеләр утын алдырған,” – тип һүҙ башланы. Зөбәйер бер ни ҙә өндәшмәгәс, “Үткән йылда ла сей утын менән ҡыш сығылды”, - тип өҫтәне. Ир алдындағы ашын этеп ебәрҙе лә, йән асыуы менән: “Күрше, күрше… ана, күршеңдән алдыр утыныңды,” - тип ҡысҡырҙы. “Бәй, әллә эсеп алғанһың инде,” - тине Сәғилә. “Мә, еҫкә,” – тип ярһыны Зөбәйер. Сәғиләһе лә үҙ сиратында: “Кәрәк икән, еҫкәрмен,” – тип яҡынлаша башлаған ине, Зөбәйер күп уйлап тормай, алдындағы тәрилкәһен алып Сәғиләгә елгәрҙе. Китте тауыш, китте ғауға. Күрше Сәғит менән бер туҡтауһыҙ сағыштырыуы ирҙе тамам сығырынан сығарҙы.Асыуынан Зөбәйер: “Китәм, бөттө түҙемем”, - тип әйберҙәрен йыя башланы. Һәр тауышланған һайын уның был ғәҙәтенә күнеккән Сәғилә: “Дүрт яғың ҡибла”, - тип ысҡындырҙы. Зөбәйер сумкаһына әйберҙәрен тултырҙы ла, гаражға инеп, машинаһын ҡабыҙып, ихатаға сығарҙы. Ул арала үҙенең юҡ-юҡҡа ҡыҙып тауыш сығарыуына үкенеп тә ҡуйҙы. Тота ла шул күршеһен ҡыҫтыра Сәғиләһе, әйтерһең, ул ғына донъя көтә. Алдырһа ни утынын, алдырғандыр, кем уның һымаҡ эшҡыуар, үҙенә-үґе үҙе хужа. Машинаһы үҙенеке. Ә бына һинең һымаҡ колхозсыға кем хәҙер машина тоттороп ҡуя, бөтә колхозға өс машина ҡалған. Улары ла эшкинмәй, йә запчасы юҡ, йә бензине юҡ. Ғәрлеге ни тора! Бөгөн дә машинаһы ватылды, ары һуғылды, бире һуғылды Зөбәйер, тик кәрәк запчасын тапманы. Факиһа әбейҙән бер ярты көмөшкә алды ла, гаражда егеттәр менән “һуҡты”.Асыуы һүрелә башлаған ир, ишек яғына ҡарап-ҡарап алды. Хәҙер Сәғиләһе килеп сығыр ҙа “Йә инде, юҡҡа ҡыҙма, ин өйгә”, - тип ҡысҡырыр һымаҡ. Тик Сәғиләһе күренмәне. Хәҙер инде ул Сәғиләнең, уны кире инергә өгөтләп, саҡырмауына асыулана башланы. “Ах, шулаймы? Ирҙәр юлда түшәлеп ята, тип уйлайһыңмы? Хуш!” – тип йән асыуына ҡысҡырҙы ла, машинаһын ҡабыҙып, артта тик саң борҡотоп, оло юлға сыҡты ла, ҡалаға йүнәлде. Унда дуҫы Рамаҙан йәшәй. Ҡатыны Кифая татар, теле-телгә йоҡмай, хәбәрен сутырлата ғына, Сәғилә түгел инде, әгәр берәй нәмәгә асыуланһа, ҡыпһыуыр менән һүҙен һурып сығарырлыҡ түгел.Ярты юлды үткәс, тамам һыуынды Зөбәйер. Машинаһын юл ситенә бороп, туҡтаны. Тышҡа сыҡты, тәмәкеһен ҡабыҙҙы. “Әллә кире генә боролорғамы?” – тигән уй ҙа башынан үтте. Ләкин ир намыҫы тигән нәмә йәнгә тынғы бирмәй, “Бер сыҡҡанһың икән, әйҙә, алға, артыңа әйләнмә,”- тип оторо ҡоторта.“Әйтелгән һүҙ - эшләнгән эш. Ир һүҙе бер булыр. Әйҙә, әҙерәк минһеҙ интекһен Сәғилә, үҙе саҡырмайынса, инәлмәйенсә ҡайтыу юҡ. Уның ыңғайына торған һайын, өҫкә менә башланы”, - тип үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә машинаһына кире ултырҙы Зөбәйер.Дуҫының өйөнә барып еткәндә, ярты төн үткәйне инде. Инде йоҡларға әҙерләнгән Рамаҙан, Зөбәйерҙең төнләтеп килеүенә аптырап: “Әллә берәй хәл булдымы?” – тип һораны. “Юҡ та”, - тигән яуыпты ишеткәс, уға бик һынаулы ҡараш ташлап ҡуйҙы. Кифая ла бик төпсөнөп торманы, сәй ҡуяйыммы тип һораны ла, кире яуапты ишеткәс, верандаға урын йәйҙе. Төнө буйы борғоланды Зөбәйер, үҙенең ахмаҡ ҡылығына үкенеп тә ҡуйҙы. Бер нисә тапҡыр тороп, телефонын алып, ҡатынына шылтыратырға ла ниәтләне, тик баяғы “ғорурлыҡ” ҡамасаулай. Таңға ҡаршы ғына йоҡоға талды ул.Зөбәйер уянғанда, ҡояш байтаҡ күтәрелгәйне. Сәй янында Рамаҙан ауыл яңылыҡтары тураһында һорашты, инде төнө буйы йоҡоһоҙ үткәргән Зөбәйер ҙә үҙенең фекерен туплап өлгөргәйне: үҙенең ҡалаға килеүенең сәбәбен ауылдағы эшһеҙлеккә, аҡса юҡлыҡҡа һылтаны. Әллә ҡалала берәй эш табылмаҫмы икән, тип тә өҫтәне. Муйыны булһа, ҡамыты табылыр, тигәндәй, һүҙҙән һүҙ сығып, Кифая үҙенең бер эшҡыуар әхирәте машиналы кеше эҙләгәнен әйтеп һалды. Рамаҙан: “Зәлфирәне әйтәһеңме?”, - тип һынаулы ҡараш ташлаһа ла, Кифая, уны һиҙмәгәндәй, үлтереп әхирәтен маҡтай башланы.Күп тә үтмәне, әхирәте лә килеп етте. 40-ты үтһә лә сибәрлеген ташламаған, һомғол буйлы, ҙур зәңгәр күҙле, киң ирендәре бешкән сейә кеүек мөлкөлдәп торған ҡатын Зөбәйергә теше-тырнағы менән йәбеште. Яңы ғына тауар килтерҙем, шуларҙы аҙна-ун көндә ауылдар буйлап һатыр кәрәк ине, тип бик инәлгәс, тағы ла мул ғына аҡса ла вәғәҙә иткәс, Зөбәйер был сибәр ҡатынға ҡаршы тора алманы, ризалашты. Аҡсаһы эсте тишмәҫ, Сәғиләмә һәйбәт бүләк алырмын, малай менән ҡыҙҙы ла ҡыуандырырмын, тип эстән генә уйланы.Икенсе көнөнә таң һыҙылыу менән кәрәкле тауарҙарҙы тейәп, ҙур ғына ауылға юлландылар. Йәйгә кәрәк-яраҡлы кейемдәр, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн биҙәнгестәр, тағы ла хужалыҡ өсөн көндә кәрәк тауарҙар бик тиҙ үтте. Юл буйы Зәлфирә, теле -телгә йоҡмай, Зөбәйерҙең ҡулы еңел булыуын маҡтаны. Уның йылы һүҙҙәре йөрәгенә май булып яғылды, күңеле күтәрелеп китте ирҙең. Теле асылып, үҙенең бала сағын, ауылы тураһында ла һөйләп ебәрҙе. Кисләтеп кенә ҡайтып еттеләр. Зәлфирә ни тиклем көсләп сәйгә саҡырһа ла, Зөбәйер туҡтамайынса, Рамаҙандарға китте. Туҡталыр ҙа ине, нисектер, дуҫынан, уның ҡатынынан тартынды.Икенсе, өсөнсө, дүртенсе көндә лә юлдары уң булды. Бишенсе көндә һатҡан тауарҙан мул ғына табыш алған Зәлфирә, инде йомартланып, Зөбәйерҙең ҡулына ҡыштырҙап торған меңлектәрҙе йомдорғас, Зөбәйер үҙ күҙенә үҙе ышанмай торҙо. Ҡара әле, был ҡәҙәр аҡсаны ауылда бер айҙа ла ҡулына ала алмай ине бит!Аҡсаһын бөгәрләп түш кеҫәһенә һалды. Йөрәк эргәһендә ятҡан һумлыҡтар йөрәген йылытты, күңелдәрен илертеп ебәрҙе. Тәки түҙмәне Зөбәйер, Зәлфирә тауар һатҡан арала, ҡаршылағы аҙыҡ-түлек магазинына йүнәлде. Дуҫы алдында ла уңайһыҙ, күстәнәс алыр кәрәк, тип уйланы. Араҡының иң һәйбәтен, кәнфит, печенье, колбаса алып, машинаһына һалып ҡуйҙы.Күңеле күтәренке булғанғамы, әллә кеҫәһендә ҡыштырлаған аҡса үҙ-үҙенә ышандырғыс көскә эйә булғанғамы, был юлы Зөбәйер сибәр ҡатындың саҡырыуына ҡаршы тора алманы, машинаһын ҡуйҙы ла, Зәлфирәнең артынан ыңғайланы. Заманса йыһазландырылған өс бүлмәле фатирҙа бер яңғыҙы йәшәй икән, берҙән-бер ҡыҙы баш ҡалала. Ул йыуынған арала, Зәлфирә инде өҫтәл әҙерләп тә өлгөргәйне. Табын түрендә ҡуҡырайып ултырған коньякты ла күргәс, Зөбәйер ирендәрен ялап-ялап алды, тик үҙенең рулдә икәнен иҫкә төшөрөп, көрһөнөп ҡуйҙы. Тик был суҡынсыҡтан ҡотолоп буламы һуң, ай-вайына ҡуймай, тәки йотторҙо бит теге тәмлекәсте. Такси менән ҡайтырһың тигәс, Зөбәйер ҙә ҡаршылашманы. Тәненә йылы йүгергәс, тел асҡысы ла табылды, көлөшә-көлөшә хәбәрҙәр һөйләшеп, бер-береһенә асылып та киттеләр. Зәлфирә үҙенең яңғыҙлығына зарланып, күҙ йәштәрен һөрткөләп алды, эргәһендә ышаныслы кеше юҡлығына көрһөндө.Үҙ үҙенә ышыныусы, йылғыр ҡатындың күҙ йәштәрен күреп, Зөбәйерҙең уны ҡосағына алып иркәләйһе, йыуатаһы килеп китте, тик баяғы ҡырыҫ башҡорт ғәҙәтен еңеп буламы һуң? Ул арала Зәлфирә музыка ҡуя һалып, Зөбәйерҙе вальсҡа саҡырҙы. Былай ҙа коньяк шауҡымынан башы әйләнгән ирҙең, Зәлфирәнең тығыҙ тулы түштәре күкрәгенә терәлгәс, бөтә тәненә ток үттеме ни: йөрәге дарҫлап тибә башланы, бөтә тәне йәне менән ниндәйҙер көс тик ошо ҡатынды көҫәй башланы. Үҙ уйҙарынан үҙе ҡурҡып китте Зөбәйер, уның бит ҡатыны, балалары бар. Тик үҙенә һырылған Зәлфирәне этәрергә көс таба алманы, ә нығыраҡ ҡосаҡланы, башын эйеп ирендәрен Зәлфирәнең ирендәренә терәне. Ошоно ғына көтөп торған кеүек, Зәлфирә ике ҡуллап уның муйынынан ҡыҫып ҡосаҡланы.Иртәнсәк башы сатнап уянып китте Зөбәйер. Эргәһендә ятҡан шәп-шәрә Зәлфирәне күреп, үҙенең дә шәп-шәрә икәнен абайлап уңайһыҙланып китте. Зәлфирә өҫтөнә простыня ҡапланы ла, кейенә башланы. Бар уйы тиҙ генә бынан ысҡыныу ине, тик инде ботинкаһын кейеп, ишекте асырға тип ынтылғанда. Зәлфирәнең тауышы ишетелде. “Зубаирчик, һин ҡайҙа?”Их, шул саҡта, ишекте аса һалып, сығып китергә ине лә бит, юҡ шул, кире әйләнде. Тағы шул Зәлфирәнең ҡуйынына сумды. Ҡатын да йүләрҙән түгел, бер ҡуйынына ингән ҡарамаҡҡа сибәр, һомғол буйлы, әле көстәре ташып торған ирҙе тиҙ генә ысҡындырғыһы килмәне. Яңғыҙлыҡ та тамам уны ялҡытҡайны, берҙән-бер ҡыҙының үҙенең ғаиләһе. Етмәһә, эшҡыуарлыҡта ла ярҙамсы кәрәк. Ирҙәрҙе көслө зат тиҙәр, ә ысынбарлыҡта улар көсһөҙ. Юҡҡа ғына ир - баш, ҡатын - муйын тимәгәндәр. Муйын ҡайҙа боролһа, баш та - шунда. Был ҡағиҙәне бик яҡшы белә ине Зәлфирә. Бер нисә көн эсендә, Зөбәйерҙе лә һынап өлгөргәйне. Эштә таҫыл, тыңлаусан, тағы ни кәрәк инде! Кифаянан ишетмәксе, ҡатыны менән аралары әллә ни йылы түгел икән. Ҡатыны уҡытыусы, бигәрәк талапсан, хатта ҡырыҫ та, имеш. Ә балаларына килгәндә, ҡыҙы инде үҫкән, техникумда уҡый, ә малайына ун ике йәш.Ә Зөбәйер инде үҙенсә фекер йөрөттө. Ҡуйынына үҙе килеп ингән ҡатынды этәреп булмай инде, әҙерәк типтерер-типтерер ҙә ипләп кенә һыпыртыр. Тик Рамаҙан дуҫты аңғартыр кәрәк, Кифаяһын тыйһын, Сәғиләгә артыҡ һүҙ ысҡындырмаһындар.Тик беҙ ҡапсыҡта ятмай икән шул. Бер баҙарҙа әйбер һатып торғанда, Зәлфирә ҡайҙалыр китте, ә урынына Зөбәйер ҡалды. Шул саҡ ауылдашы, тирә-яҡҡа ләститсе даны таралған, Кинйәбикә ҡаршыһына пәйҙә булды. “Әйтәгүр, ауылда күҙгә башҡа күренмәйһең, шым ғына әйбер һатып йөрөй икәнһең, – тип, тауарҙарҙы байҡай башланы. - Сәғиләңде әйтәм, аҫтыртын, ауыҙынан ләм-мим”. Уны тиҙерәк оҙатырға тырышты Зөбәйер. “Дуҫымдың әйбере, ваҡытлыса ғына ҡарап торам, тамаҡ ялғарға киткәйнеләр,” - тип аҡланырға ла өлгөрмәне, ҡайҙандыр Зәлфирә лә килеп сыҡты. Кинйәбикәнең бер кофтаны ҡарап торғанын абайлап: “Йәнкәйем,машинала бынан да матур кофта бар, алып кил әле”, - тип әйтмәһенме! Ой, эләкте бит Зөбәйер, эләкте! Ни эшләһен, китте машинаһына, кофта эҙләргә. Ә инде кире әйләнгәндә, Кинйәбикә менән Зәлфирә, күптәнге әхирәттәр кеүек, көлөшә-көлөшә ниҙер һөйләшә ине. Кофтаны ла арзанға эләктерҙе ауылдашы.. Кинйәбикә улар янынан киткәс, запчасть ҡарау һылтауы менән, Зөбәйер баҙар буйлап Кинйәбикәне эҙләп ҡараны, тик унан елдәр иҫкән ине. Быға хәтлем ҡатынын, төҙөлөшкә эшкә урынлаштым, әлегә дуҫым Рамаҙанда йәшәйем, тип ышандырғайны инде. Көн дә булмаһа ла ике өс көн аша ҡатыны менән телефон аша һөйләшә торғайны. Ҡатыны бит талапсан булһа ла, бер ҡатлы, нимә тип алдаһаң да ышана ла ҡуя. Хатта, аҡсаңды туҙҙырма, мин үҙем һиңә шылтыратырмын, тигәс, ҡатыны үҙе башлап шылтыратмай ине. Был төндө йоҡо булманы, үҙенә иркәләргә маташҡан Зәлфирәгә лә, башым ауырта, тигән һылтау менән, әйләнеп, арҡаһын терәне.Икенсе көнөнә, машинаны ҡарап алырға кәрәк, тигән булып, гаражға йүнәлде. Иртәндән алып әллә нисә ҡап тәмәкене тартып бөтөрҙө ул гаражда. Тик телефон өндәшмәне. Кискә табан үҙендә көс табып, Сәғиләнең номерына баҫты. Оҙон гудок, йөрәге ярылырҙай булып типте Зөбәйерҙең… Тик телефон һүндерелгәйне. Бер аҙҙан тағы баҫты кнопкаға… тағы шул бер үк яуап. “Сәғилә барыһын да белә, барыһын да белә. Ул мине ғәфү итмәйәсәк, итмәйәсәк,” – тигән уй уның мейеһендә ҡайнаны ла ҡайнаны. Ә үҙе рюмкә артынан рюмкә бушатты, әйтерһең, һәр йотом араҡы, уның мейеһенә үтеп, барыһын да онотторор кеүек ине. Күпме эскәнен дә, нисек йығылғанын да хәтерләмәй Зөбәйер. Иҫенә килгәндә кемдер һыҡтап илай-илай уның маңлайына еүеш таҫтамал ҡуя ине. “Сәғилә, Сәғилә,” – тип ыңғырашты Зөбәйер.Ул үҙенең дауаханала икәненә аптырап китте. Эргәһендә илауҙан күҙе шешенеп бөткән Зәлфирә ултыра. Башы сатнап ауырта, етмәһә, марля менән бәйләнгән.Әгәр ваҡытында Зәлфирә гаражға килмәһә, эштең нимә менән бөтөрө билдәһеҙ булыр ине. Иҫерек килеш йығылғанда иҙәндә ятҡан тимергә башы менән төшкән һәм иҫен юғалтҡан икән. Зәлфирә “тиҙ ярҙам’ машинаһын саҡыртып, дауаханаға килтергән.Зәлфирә көн дә дауаханаға килде, тәмле ризыҡтарын, шулай уҡ татлы һүҙҙәрен дә йәлләмәне, уның эргәһендә өтәләнеп торҙо. Ә Сәғиләнең телефоны тик бер һүҙҙе генә ҡабатланы. “Абонент вне зоны действия или апарат отключен”. Йылы һүҙ-йән аҙығы шул, үҙенекен эшләй, дауахананан тура такси менән Зәлфирә уны өйөнә алып ҡайтты. Тағы икәүләп эшҡыуарлыҡ эшенә тотондолар. Өйөнән сығып киткәнгә айҙан ашыу ваҡыт та үтеп китте.Зөбәйер инде хәҙер телефонға өмөт менән дә ҡарамай, үҙе лә шылтыратмай, яңы тормошона күнегә лә башланы шикелле. Тик кистәрен, балконға сығып тәмәке тартҡан ваҡыттарында, ауылы яғына ҡарап, төрлө уйҙарға бирелеп китер булды. Был ваҡытта көтөү ҡайталыр, көтөү ҡаршыларға йыйылған ҡатындар ауыҙынан Зөбәйер менән Сәғилә төшмәйҙер инде, тик Сәғилә күренеү менән барыһы ла шымалыр… Уның Сәғиләһе бит ғорур, кеше һымаҡ ләстит һөйләп йөрөмәй, барыһын да эсенә йомғандыр. “Эх, Сәғилә, ошо Зәлфирә кеүегерәк, әҙерәк иркәрәк, йомшағыраҡ булһаң…”, - тип үҙен аҡлап та ала Зөбәйер. Тик бына балалар йәл, ярай инде ҡыҙым үҫкән, ә бына малай… Ошондай бер кистә, уйҙарға бирелеп, тәмәке тартып ултырғанда, ҡапыл балкон ишеген асып, бер йәш ҡатын: “Ниндәй ҡарасҡы ултыра бында?” – тимәһенме? Зәлфирәһе аҡланғандай; “Эй, һиңә әйтергә онотҡанмын, минең яңы шоферым”, – тигән булды. Үҙе йәһәт кенә Зөбәйергә: “Ҡыҙым килде”, - тине лә. - Бер-ике көнгә һин, зинһар. Рамаҙандарҙа ҡунып тор инде!” – тип өҫтәне. Ни эшләйһең, был бит һинең үҙ фатирың түгел бот һоноп диванда ятырға, сығып китергә мәжбүрһең. Тик Рамаҙандарға барманы, гаражға барып, машинаһына инеп ятты.Икенсе көнөнә таң менән өйгә инеп, кухняға үткәйне, Зәлфирәнең ҡыҙы танауын ҡаплап: “Фу, силос еҫе килә”, - тип сығып китте. Зәлфирәһе бер һүҙ өндәшмәне. Ғәрлегенән, асыуынан Зөбәйерҙең тамағына аш барманы.Машинаға ултырғас та, Зәлфирә, аҡланғандай, әллә ниҙер һөйләне, тик Зөбәйер бер ни ишетмәне, машинаһын ҡыуыуын белде. Уның һайын, асыуы ҡабарғандан - ҡабарҙы, үҙ-үҙенә йәне көйҙө, үҙ йорто була тороп, йөрө инде кеше тупһаһында типкеләнеп, ғәрлеге ни тора! Етмәһә, алдан килгән машина ташбаҡа тиҙлеге менән бара, уны ҡыуып уҙам тип боролоуы булды, ҡаршыһына ҙур тиҙлектә машина килеүен шәйләп алды, рулде бороп өлгөрҙө өлгөрөүен Зөбәйер, тик машинаһы уны тыңламайынса, ҡапыл юлдан боролоп, юл аҫтына тәгәрәп китмәһенме! Зәлфирәнең ҡот осҡос тауыш менән ҡысҡырыуы, үҙенең йән асыуы менән, тештәрен ҡыҫып, рулгә йәбешеүе генә иҫендә.Хоҙай уларҙы араланы. Бәхеткә ҡаршы, артҡы ултырғысға тейәлгән тоҡ-тоҡ кейем-һалым, машина түңкәрелеп, бер нисә тапҡыр әйләнгән саҡта, уларҙы ауыр йәрәхәттән ҡурсаланы. Зөбәйерҙең ҡулы һынып, башы сатнаған, ә Зәлфирәнең аяғы имгәнгәйне. Ә бына машинаһы кәүшәйеп, бөтөнләй эшлектән сыҡҡайны.Дауаханала ятҡан ваҡытта тик Рамаҙан дуҫы ғына килеп хәлен белеште. Күпме генә көтһә лә, Зәлфирә килмәне. Үҙе имгәнгән бит, килә алмайҙыр, тип үҙ-үҙен йыуатты Зөбәйер.Дауахананан туп-тура Зәлфирәнең йортона юл тотто. Ҡыңғырауға оҙаҡ ҡына баҫҡас, ишек асылды. Зәлфирә бик ҡоро ғына: “Ниңә килдең?” – тип һораны. Бындай ҡаршылауҙы көтмәген Зөбәйер, бер аҙға юғалып ҡалды. “Һуң, ҡайҙа барайым, һинән башҡа минең кемем бар”, - тип өндәште. “Теләһәң ҡайҙа бар, һин миңә бер кем дә түгел”, - тигән яуапты ишеткәс, Зөбәйер ҙә асыулы тауыш менән: “Улайһа, эшләгән аҡсамды түлә лә, мин киттем”, - тип ысҡындырҙы. Шуны ғына көтөп торған Зәлфирә: “Ах һин, йолҡош, мине саҡ үлтермәнең, бөтә тауарымды эшлектән сығарҙың, етмәһә, миндә ашап-эсеп, аҡса һорап тораһыңмы? Кәрәк икән, хәҙер үк судҡа биреп, күпме матди һәм рухи зыян килтергән өсөн аҡса ла түләтермен,” – тип зәһәрләнеп Зөбәйергә ташланды. Булыр унан, булмаҫ тимә, бер тин өсөн кешенең йәнен ашарға тора бит улар, эшҡыуарҙар.
Гел генә йылмайып, йомшаҡ ҡына һөйләшкән Зәлфирәнән быны көтмәгән Зөбәйер бер аҙ хатта ҡаушап китте, әйтерһең, бер нисә көн эсендә уны алмаштырғандар. Йән асыуы менән ишекте япты ла сығып китте. Рамаҙандарға барғыһы килмәне. Хәҙер Кифаяһы үҙеңде битәрләргә тотонор, ни әйтһәң дә, Зәлфирәнең әхирәте. Ауылға ла юлдар ябыҡ, белә ул үҙенең Сәғиләһен, ғәфү итмәйәсәк. Ни эшләрәгә? Ҡайҙа барырға? Зөбәйер, ҡайҙа барып, ҡайҙа һуғылырға белмәй, ҡала урамдарын тапап арығас, паркка инеп, эскәмйәгә ултырҙы. Ошо ваҡытта уның был яҡты донъяла бер минут та, бер секунд та йәшәгеһе килмәй ине. Уның өсөн бөтә тормошо селпәрәмә килеп, артабан йәшәүҙең мәғәнәһе ҡалмаған кеүек тойолдо. Тик бер генә юл…Салбарындағы ҡайышын систе лә, ҡаршыһындағы тирәккә табан атланы. Инде ағасҡа барып еткәйне, ҡыштырлаған тауышҡа әйләнеп ҡараһа, ниндәйҙер бер кеше бая ул ултырған эскәмйәгә килеп ултырҙы. Таушалып бөткән салбар, ҡаҡашҡан алама ғына футболка кейгән, һаҡал-мыйыҡ баҫҡан ир тәмләп-тәмләп икмәк ашай башланы. Икмәкте күргәс, ул үҙенең дә бик ныҡ асыҡҡанын тойҙо, ирендәрен ялап-ялап алды. Ҡаршылағы ир Зөбәйергә ҡарап алды ла, әллә уның асыҡҡанын һиҙеп, икмәген һондо. Зөбәйер, юҡ-юҡ, тип башын һелкте, нисектер уға ошо берәҙәк ир менән икмәк бүлешеүе ғәрлек һымаҡ ине, ә үҙе һаман күҙҙәрен ошо икмәк һынығынан ала алманы. Уның хәлен аңлағандай, бысрап бөткән ҡара сумкаһын тотоп, баяғы ир Зөбәйер янына килде.Сумкаһынан консерва, ҡатыҡ сығарҙы. Әҙерәк тамаҡ ялғап алғас, Зөбәйергә хәл ингәндәй булды. Тик ул арала көн кисләп, быҫҡаҡлап ямғыр ҙа яуа башланы. Һүҙҙән һүҙ сығып, һөйләшеп киттеләр. Зөбәйер, ауылдан килгәйнем, вокзалда йоҡлап китеп, бөтә әйберҙәремде юғалттым, барыр урыным юҡ, тигәс, был ир уны үҙе янына саҡырҙы. Былай ҙа ҡояшта ҡап-ҡара булған йөҙөн, күптән ҡырынғыс күрмәгәнгә, йөн баҫҡан, күҙ ҡабаҡтары шешенеп, күҙҙәре саҡ-саҡ күренеп тора, башына кейгән тишелеп бөткән һалам эшләпә ситтәренән күренгән, күптән һабын күрмәгән, саллана башлаған сәстәре кейеҙләнеп ҡатҡан иргә сирҡанып ҡараһа ла, Зөбәйер көсәйгәндән-көсәйә барған ямғырға күшегеп, тәндәре ҡалтырана башлағас, был ирҙең артынан эйәрҙе.Бөрәҙәк ир киоск янында туҡтап, кеҫәһенән таушалып бөткән аҡса сығарып, һыра алды. Йәшәгән урыны бер йорттоң подвалында булып сыҡты. Шыҡһыҙ, бысраҡ подвалда иҫкереп бөткән дивандан, тумбочканан, ултырғыс урынына ике түмәрҙән башҡа бүтән әйбер күренмәй ине.Ир хужаларса ҡайҙандыр ике стакан сығарып ултыртты, сумкаһынан икмәк киҫәктәре, консерва сығарҙы һәм стакандарға һыра ҡойоп: “Йә, танышыу хөрмәтенә”, - тип Зөбәйергә стакан һуҙҙы. Күптән һыу төҫө күрмәй, ҡарайып бөткән стаканға ҡарап, Зөбәйер бер аҙ эсергәме, юҡмы, тигәндәй икеләнде, етмәһә, ошондай шарттарҙа көн күргән был ирҙең әллә ниндәй ауырыуҙар менән дә ауырыуы ихтимал.Ул арала күршеһе стаканындағы һыраны эсеп бөтөп, Зөбәйергә ҡараны. Зөбәйергә текәлгән һорғолт күҙҙәре шундай моңһоу ине. Ирекһеҙҙән, ошо ҡарашҡа ҡаршы тора алмайынса, Зөбәйер һыраһын эсә башланы. Һаман да йылына алмаған тәненә, һыра эскәс, ниндәйҙер йылылыҡ таралды, тәндәре еңеләйеп киткәндәй тойолдо.Үҙенән күпкә оло тип иҫәпләгән ир Зөбәйерҙең тиңдәше булып сыҡты. Исеме Зиннәтулла булһа ла, уны барыһы ла “Зина” тип йөрөтә икән. “Нисек был хәлгә ҡалдың?”, - тип һорамайынса түҙмәне Зөбәйер. “Зина”ның күҙҙәре йәшләнеп китте. Бер аҙ ултырғас, үҙ башынан үткән ошо хәлдәрҙе бәйән итте. “Минең дә бит типһә тимер өҙөрлөк, ғәйрәтле сағым бар ине. Һыҙҙырып гармунда уйнай инем. Заводта алдынғы токарь булдым. Үҙебеҙҙә кранда эшләгән сибәр, уңған Зөбәржәткә өйләндем. Завод ике бүлмәле фатир бирҙе. Зөбәржәтем тупылдатып ике малай табып бирҙе. Гөрләтеп донъя көтөп ятҡанда, ана шул “перестройка” тигән нәмә, бөтә донъябыҙҙың аҫтын өҫкә килтерҙе. Завод көрсөккә ултырҙы. Эш юҡ, эш булмағас, аҡса юҡ. Зөбәржәт, ҡатын кеше, нисектер һатыу эшенә бәйләнеп китте.Ә мин… нисек көн уҙғарырға белмәй, төшөнкөлөккә бирелдем, был тормошта үҙемдең кәрәкһеҙлегемде тойҙом, тик араҡы ғына күңелде йыуата ине. Етмәһә, Зөбәржәт һәр көн мине артыҡ тамаҡ күреп, битәрләй ҙә башланы. Ир булараҡ ,“ирлегемде” күрһәтеп, уға йоҙроҡ менән ынтылдым, әсәһен яҡлашҡан малайҙарға ла өлөш тейә ине. Түҙмәне Зөбәржәт, балаларҙы алды ла ҡайҙалыр олаҡты.Ә мин “герой” аулаҡта ҡалдым. Аулаҡ булғас, шешәләш дуҫтар ҙа табылды. Бер көн бик ныҡ эсеүҙән һуң уянып китһәм, урамда ятам. Фатирыма инәйем тиһәм, ниндәйҙер әҙәмдәр мине үҙ фатирыма индермәйҙәр. Бына шулай, эскән баш менән договорға ҡул ҡуйғанмын. Ә унан алған аҡсаны бер аҙнала “дуҫтар” менән эсеп тә бөттөк. Шунан бирле мин урамда. Үҙем ғәйепле. Әгәр шул саҡта Зөбәржәткәйемде тыңлаһам…Хәҙер инде һаулығым да ҡаҡшаны. Үлергә лә күп ҡалмағандыр. Иң аяныслыһы - үле тәнемде ҡәҙерләп ергә ҡуйырлыҡ кешем юҡ. Мин бит күреп торам, беҙҙең һымаҡ берәҙәктәрҙе экскаватор менән соҡор ҡаҙалар ҙа, аятһыҙ-ниһеҙ, кейем-һалымың менән шунда ташлайҙар”.Йоҡлай алманы был төндә Зөбәйер. Сәғиләһе, балалары күҙ алдына килде. “Йә, ни ҡыйраттың һуң? Кемгә нимә иҫбат иттең? Бары беткә үсегеп тунын яҡҡан кеше хәлендә ҡалдың”. Матрац киҫәген иҙәнгә түшәп, бөгәрләнеп йоҡлап ятҡан “Зина”ға ҡарап, бөтә тәндәре ҡалтырап китте, әйтерһең, унда “Зина” түгел, ә Зөбәйер үҙе ята. Таң һыҙылыу менән ул тиҙерәк ошо бысраҡ, һыуыҡ, һаһыҡ подвалдан сығыу яғын ҡараны.Ҡала урамдары тып-тын. Бер әҙәм күренмәй. Ҡайҙа барырға? Ни эшләргә? Ҡолаҡ төбөндә ниңәлер туҡтауһыҙ “Зина”ның “Иң аяныслыһы – үле тәнемде ҡәҙерләп ергә ҡуйырлыҡ кешем юҡ”, - тигән һүҙҙәре яңғыраны ла яңғыраны. Ошо минутта ул үҙенең үлеп Сәғиләһен, балаларын һағынғанын тойҙо. “Ҡайтырға, ҡайтырға… Сәғиләмә, балаларыма”. Ул ҙур-ҙур аҙымдар менән тура вокзалға атланы, ә күҙҙәренән эркелеп-эркелеп йәштәре ҡойола ине.Тик, вокзалға килеп еткәс, үҙенең кеҫәһендә бер тин аҡса юҡлығын иҫенә төшөрөп, тирә-яҡҡа ҡаранып алды. Бәлки, берәй таныш-фәлән осрамаҫмы икән тип, вокзал эсен дә байҡап сыҡты.Берәй тәмәке төпсөгө ҡалмағанмы тип, салбар кеҫәһенә ҡулын тыҡты һәм ҡорт саҡҡандай ҡапыл тертләп китте. Кеҫәһенән таушалып, йомарланып бөткән ун һумлыҡтарҙы сығарып, үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмай, бер аҙға шаңҡып ҡалды. Ҡайҙа күрҙе ул был аҡсаларҙы? Был бит “Зина”ның аҡсаһы, кисә һыра алғанда ошо аҡсаны ул үҙенең салбар кеҫәһенән сығарғайны. Ни эшләргә? Тәндәре берсә эҫеле - һыуыҡлы булып, тиргә батты Зөбәйер. Шулай ҙа ҡалтыранған ҡулдары менән аҡсаларҙы һанай башланы. Теүәл 150 һум, әйтерһең, уның ауылына билеттың ошо хаҡ тороуын белгәндәр. Аҡса араһынан ниндәйҙер ҡағыҙ киҫәге ергә төшөп китте түгелме? Эйелеп йомарланған ҡағыҙ киҫәген алды, уны яҙҙы. Унда сатай-ботай: “Ғаиләңә ҡайт”, - тип яҙылған ине. Шунда ғына ул “Зина”ның ниндәй ауылдан, билет хаҡы күпме тора тип төпсөнгәнен аңланы.Поезд тыуған ауылы яғына яҡынлашҡан һайын Зөбәйерҙең йөрәге үрһәләнеп-үрһәләнеп типте. Ул сығып киткәндә әле яңы ғына йәшәрә башлаған үләндәр күпереп үҫкән.Поезд туҡтар-туҡтамаҫ һикереп төштө Зөбәйер. Биш саҡрым юлды йүгерә-йүгерә атланы. Тик ауылға етәрәк аҙымдарын яйлатты. Бына ул тауға менеп етте. Ә тау аҫтында уның ауылы йәйелеп ята. Ана, уның өйө лә күренә. Баҡсала кемдер йөрөй түгелме? Картуф күмәләр шикелле? Эйе, аҡ яулыҡлы ҡатын - Сәғилә, эшләпә кейгәне - ҡыҙы, ә бейсболкалыһы - улы. Шунда ғына ул үҙенең быйыл хатта ер һөрөп, картуф та сәсмәгәнен иҫенә төшөрҙө.Сығып китеүҙәре бик еңел булһа ла, ай-һай, ауыр икән кире ҡайтыуҙары…Тау башындағы яңғыҙ ағас төбөнә барып ултырҙы Зөбәйер. Армиянан ҡайтҡан көн ине был. Кисен клубҡа китте. Уйындар башланғайны. Зөбәйер ситтәге эскәмйәгә ултырҙы ла, егеттәрҙең һәм ҡыҙҙарҙың бейегәндәрен күҙәтә башланы. Шул саҡ уның күҙе аҡ кофта, ҡара юбка кейгән таныш булмаған ҡыҙға төштө. Ауыл ҡыҙҙарына бөтөнләй оҡшамаған: һомғол буйлы, ҙур ҡара күҙле, һорғолт бөҙрә сәстәре яурынына һирпелгән. Ул ниңәлер бер яҡ ситтә ултыра. Бар ҡыйыулығын йыйып, Зөбәйер уның янына килеп, бейергә саҡырҙы. Ҡыҙ ҙа ҡаршы килмәне. Ул көндө ул уны оҙатырға барҙы. Уҡытыусы икән, быйыл ғына педучилище тамамлап килгән. Шулай дуҫлашып киттеләр. Ә инде икенсе көҙгә шаулатып туй ҙа яһанылар. Һүҙ юҡ, яратып өйләнде Зөбәйер. Сәғиләһе лә уңған, егәрле булып сыҡты. Тик донъя көтә барған һайын үҙ ҡатынынакүнегеп бөтә икәнһең, әйтерһең, ул тере кеше түгел, ә өйҙәге кәрәк бер әйбер һымаҡ. Йәш саҡта тыуған көндәр ҙә иҫтә була, уғата бүләген дә онотмайһың.Ә йылдар үткән һайын ҡатыныңа ҡарата йылы һүҙгә бөтөнләй һаранланаһың. Ә бына Рамаҙан, ауыл егете булһа ла, бер ҙә генә тартынманып тормай, эштән ҡайтып килеүе була: “Йәнекәйем, һағындым һине”, - тип Кифаяһын суп итеп үбеп ала. Байрам булһа, сәскәләр алып ҡайта. Ә тегенеһе уғата: “Алтыным, йөрәк майым”, - тигән була. Сәғиләгә ҡасан сәскә бүләк итте әле Зөбәйер? Ҡыҙы тыуғанда, ә уға инде хәҙер ун ете лә тула. Шулай булғас, ниңә һыуынмаһын ара, һыуыныр шул. Үҙебеҙ ғәйепле, башҡорт ҡатыны үҙе башлап һиңә иркәләнмәҫ инде.Хәҙер инде ул күршеһе Сәғиткә лә асыуын онотто. Дөрөҫ йәшәй күршеһе, беҙҙең һымаҡ һаман колхозда йәбешеп, бына-бына тағы күтәрелеп китер , тип өмөтләнеп ятманы. Күтәреп сығып китте лә, ана, ағас эшенә кереште. “Ә минең унан ни ерем кәм?” – тип уйланы Зөбәйер. “Их, әгәр Сәғиләм ғәфү итһә… икенсерәк йәшәр инем, икенсерәк”, - тип өмөтләнде Зөбәйер.Ауылдың үҙ тормошо. Ана һыу буйында көтөү ята, һыйырҙарҙың ҡайһыныһы көйшәй-көйшәй ял итә, ҡайһыныһы эҫелектән һыу эсә. Үҙҙәренең һыйыры күренмәҫме тип, бик текләне Зөбәйер, тик көтөү алыҫ булғас, таный алманы. Унан инде уның күҙе һыу буйында йөҙгән ҡаҙҙарға төштө. Ҡаҙҙар тигәндәй, ул киткәндә генә ҡаҙ бәпкәләрен баҫып сығарған ине. Сәғилә йәшел үләнгә ҡаҙ бәпкәләрен теҙгәс, ниндәй итеп осоп килде ата ҡаҙ, оҙон муйындарын һуҙып, һәр бәпкәһен иркәләп сыҡты, инә ҡаҙға рәхмәт әйткәндәй, үҙенең суҡышын уның суҡышына терәне. Ә аҙаҡтан, өйөрөн ҡурсалаған айғырҙай, тыпырсына-тыпырсына бәпкәләре тирәһендә өйөрөлдө, әйтерһең, шатлығынан бейей ине.Көн кисләй башланы. Бына әтәс тауыштары ла ишетелде. Әтәс тигәндәй, үҙҙәренең сыбар әтәсе иҫенә төштө. Һаман да тауыҡтар араһында йөрөйҙөр әле ҡуҡырайып. Һәр тауыҡты баҫҡан һайын, бына мин ниндәй тип, ҡанаттарын һелкеп-һелкеп алалыр. Бахыр тауыҡтар уға ярышып-ярышып себеш баҫҡан булалар, ә әтәс сабыйҙарына битараф, бары көн дә яңынан- яңы тауыҡ баҫтырыуын дауам итәлер. Ата ҡаҙ һәм әтәс. Ҡарап тороуға йорт ҡоштары тип аталһалар ҙа, ҡайһылай улар араһында ҙур айырма. Ата ҡаҙ эргәһендәге бәпкәләргә яҡын барырмын тимә, осоп ҡунып һинең башыңа менән суҡырға әҙер, ә әтәс… себештәрен бар тип тә белмәй, хатта ем өсөн талашып, суҡып китергә лә тартынмай.Беҙ, ирҙәр, шул әтәс һәм ата ҡаҙҙарға бүленәбеҙ түгелме һуң? Ә бит ғорур ата ҡаҙға ҡарап һоҡланабыҙ, ә ҡуҡырайған әтәсте барыһы ла үҙ итеп етмәй, ә инде күшекһә? Аяныс хәл.Үҙ уйынан үҙе тертләп китте Зөбәйер. Инде таң да һыҙыла башланы. Күҙе мунса янында ятҡан утын өйөмөнә төштө. Кемдер утынды ярып ҡараған, тик бына ниңәлер нәҙектәрен генә ярған, ә йыуандарына көсө етмәгән. “Бәй, улым ҡул аҫтына инеп килә бит”, - тип шатланып ҡуйҙы Зөбәйер. Унан инде ҡулына балта алып, тоҫҡап түмәргә һуҡты. Уның ҡулында балта уйнап торҙо, ә түмәрҙәр кәмеп, утын өйөмө үҫкәндән үҫте… Хатта ул тышта туҡылдаған тауышҡа сыҡҡан Сәғиләне лә аңғарманы. Сәғилә утын ярыусы үҙенең ире Зөбәйер икәнен күргәс, бер ни өндәшмәйенсә, ишек яңағына һөйәлде. Тик уның артынса йүгереп сыҡҡан улы ғына бөтә урамды яңғыратты: “Атай! Атай!” Зөбәйер ҙә, балтаһын ташлап, үҙенә йүгереп килгән улын ҡосаҡлап алды. Улын күкрәгенә ҡыҫты, башынан һыйпаны, йәшләнгән күҙҙәрен улының сәстәренә йәшерҙе. Ә улы уның ҡосағынан ысҡынды ла: “Әсәй, атайым ҡайтты”, - тип ҡыуаныслы ҡысҡырып, әсәһенә йүгерҙе.Баҫҡан урынында түмәрҙәй ҡатты, Зөбәйер, тамағына ниндәйҙер төйөр килеп тығылды, ни йотоп, ни төкөрөп булмай, ә күҙҙәре һаман да ишек яңағына һөйәлгән, бер аҙ һурығып ҡалғанСәғиләгә текәлде. Ә улы ике арала йүгерә, йә бер әсәһенең, йә бер атаһының ҡулынан тартҡылай. Ул бала әле аңлап та етмәйҙер, ошо бәләкәй генә аралыҡта ниндәй тәрән упҡын ятҡанын.Ниһәйәт, Сәғилә турайҙы, иңендәге шәлен рәтләп яурынына һалды, ишекте асты ла, боролоп: “Йә, ниңә урам уртаһында ҡаттың, өйгә ин”, - тине. Ошоно ғына көткәндәй, Зөбәйер иркен итеп тын алды, әйтерһең, өҫтөнән ауыр йөк төштө, өҫ башын ҡаҡҡыланы ла ныҡлы, ышаныслы аҙымдар менән өйөнә табан атланы.
Автор: Әминә ЯХИНА.
Читайте нас: