Яйыҡ
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Август 2020, 16:45

Рассольник

Кәрәк: 0,5 кг перловка, 3 кг ҡыяр, 1 кг кишер, 1 кг һуған, 0, 5 л томат пастаһы ( "кухмастер"ҙыҡы һәйбәт була), 250 грамм шәкәр, 250 грамм үҫемлек майы, 4 аш ҡалағы тоҙ, 100 гр уксус.

Кәрәк: 0,5 кг перловка, 3 кг ҡыяр, 1 кг кишер, 1 кг һуған, 0, 5 л томат пастаһы ( "кухмастер"ҙыҡы һәйбәт була), 250 грамм шәкәр, 250 грамм үҫемлек майы, 4 аш ҡалағы тоҙ, 100 гр уксус.
Башта перловканы ярты сәғәт самаһы бешереп алабыҙ, һөҙәбеҙ. Ҡыярҙы, кишерҙе һәм һуғанды турайбыҙ ҙа 40 минут үҙҙәрен генә бешерәбеҙ. Перловка, ҡыяр, кишер һәм һуғанға томат пастаһы, тоҙ, шәкәр, үҫемлек майы һалып йәнә 15 минут бешереп алабыҙ. Бешеп сыҡҡанда ғына 100 грамм уксус һалабыҙ. Стерилләнгән банкаларға һалып, юрған йәки таҫтамал аҫтында һыуынғансы тотабыҙ. Ҡышын үҙебеҙҙең баҡсала үҫкән йәшелсәләрҙән эшләнгән рассольник ашы ашап рәхәтен күрәбеҙ.
Фото: https://vk.com/tatarshlari
Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: