Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Август 2020, 10:55

Урманда төн ҡунған

Белорет районының Үрге Әүзән ауылында йәшәүсе 64 йәшлек ханым төндө бер үҙе урманда уҙғарған.

Белорет районының Үрге Әүзән ауылында йәшәүсе 64 йәшлек ханым төндө бер үҙе урманда уҙғарған.
Баҡһаң, ул көндөҙ бәшмәк йыйырға киткән булған. Шөғөлө менән шул тиклем мауыҡҡан, хатта ҡайһы тарафҡа барғанлығын да аңғармаған.
Кискеһен ханым әйләнеп ҡайтмағас, яҡындары хәүефләнеп, ҡотҡарыусыларға мөрәжәғәт иткән.
Иртәгәһенә өшөгән һәм ҡара урманда бер үҙе булыуға ныҡ ҡурҡҡан ҡатынды ҡотҡарыусылар өйөнә тиклем килтереп ҡуйған.
Тағы ла иҫкәртәбеҙ: урман-ҡырҙарға бер үҙегеҙ йөрөмәгеҙ, айырыуса был оло быуын вәкилдәренә ҡағыла. Һаҡ булайыҡ!
Фото: Госкомитет РБ по ЧС
Читайте нас: