Яйыҡ
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Август 2020, 16:50

Йәй һыйҙары — ҡышҡылыҡҡа

Уңған хужабикәләр йәшелсә-емештәрҙе ҡышҡылыҡҡа маринадлап, консервалап, тоҙлап ҡуя. Туңдырып ҡуйылған йәшелсәләр ҙә бик уңайлы һәм файҙалы була. Түбәндәге рецепт буйынса әҙерләнгән аш өсөн йәшелсәләр йыйылмаһы (заправка) ашығыс саҡта ла бик ҡулай булып ҡала.

Бының өсөн 1 кг татлы борос, 1 кг помидор, 1 кг кишер, 1 кг һуған һәм тәмләткестәрҙән петрушка, укроп, йәшел һуған алына. Йыуылған, таҙартылған кишерҙе эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ, помидор, борос, һуғанды шаҡмаҡлап турайбыҙ, уларға ваҡлап туралған тәмләткестәрҙе өҫтәйбеҙ. Туңдырыу өсөн тәғәйенләнгән полиэтилен пакеттарға ( 1 литрлыһы етә) һалабыҙ ҙа, ҡыҫып һауаһын сығарабыҙ. Пакет тышына онотмаҫ өсөн датаны ла яҙып ҡуйырға мөмкин. Самалап тотонғанда 1 пакет ике ҡабат бешереүгә етә. Бындай тәмләткесте ашҡа ла, икенсе блюдоларға ла ҡушырға була. Аштарығыҙ тәмле булһын! Фото: https://vk.com/idgulnyrgalieva1973?z=photo-180242312_457243527%2Fwall454755976_336
Илһөйәр Махатова
Читайте нас: