Өфөлә "Дуҫлыҡ монументы" эргәһендәге күпер төҙөлөшөнөң тағы бер мөһим этабы башланды - әҙер конструкцияларҙы ҡуйылған таяуҙарға яҡынлаштырыу. "Уралмостстрой" ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Павел Рабухин әйтеүенсә, тонна ярымлыҡ металл ҡоролмалар эргәләге Кооператив яланы билмәһендә йыйыла. Артабан инде улар ҡеүтәле домкраттар ярҙамында тейешле урынға тарттырыла. Күперҙең оҙонлоғо 680 метр, уны төҙөүҙә ҡуланылған конструкцияларҙың ауырлығы ғына 6 мең тоннанан ашыу, таяуҙарҙың нигеҙенә генә 18 мең кубометр бетон һалынған. Радий Хәбиров белдереүенсә, яңы күперҙе төҙөү мөһим этапҡа күсте. Ғөмүмән, Башҡортостандың баш ҡалаһы өсөн күперҙәр айырым әһәмиткә эйә. Өфө ярымутрауҙа урынлашҡан, беҙгә кәм тигәндә тағы өс күпер-Кузнецов Затонында, Интернациональ урам һәм көнсығыш яҡтан сығыу йүнәлешендә төҙөргә кәрәк. Шаҡшалағы һәм Затондағы күперҙәрҙе ремонтлау талап ителә.