Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Август 2020, 19:00

Мишкә районында Шәйехзада Бабичҡа арналған музей асылды

Данлыҡлы башҡорт шағиры һәм дәүләт эшмәкәре Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыу айҡанлы республиканың төрлө төбәктәрендә байрам саралары үтте. Тантаналы осрашыуҙар Бабичтарҙың нәҫел төбәге — Мишкә районы Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында ла ойошторолдо.

Данлыҡлы башҡорт шағиры һәм дәүләт эшмәкәре Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыу айҡанлы республиканың төрлө төбәктәрендә байрам саралары үтә. Тантаналы осрашыуҙар Бабичтарҙың нәҫел төбәге — Мишкә районы Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында ла ойошторола.
Был ауылдың мәктәбе нигеҙендә 2005 йылдан Шәйехзада Бабичтың музейы эшләп килһә, 29 августа был музейҙың айырым бинаһын асыу тантанаһы үтте.
Һаҡланып ҡалған шәжәрәләр күрһәтеүенсә, Ҡыйғаҙытамаҡ ауылы халҡының шаҡтай ҙур өлөшө тап Бабичтар нәҫеленән. Шәйехзада Бабичтың атаһы Мөхәммәтзәкир тап ошо ауылда доньяға килгән дә, ерләнгән дә.
Шағир музейын асыу тантанаһы — байрам сараларының береһе генә. Ауыл халҡы өсөн «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» кисәһе ойошторолдо, Ҡыйғаҙытамаҡ эшселәренең ҡаһарманлығына һәм фиҙакәр хеҙмәтенә арналған һәйкәл дә асылды.
Байрам сараларына Бабичевтар нәҫеленең вариҫтары, арҙаҡлы вәкилдәре һәм мәртәбәле ҡунаҡтар килде.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.
Читайте нас: