Әсәй кәрәк, һаман әсәй кәрәкСәсебеҙгә ҡырау төшһә лә.Үҙ балабыҙ түгел, ейәндәр ҙәҮҫеп инде буйға етһә лә.Әсәй булған ерҙә шундай рәхәт,Быны нисек аңлатайым икән?Бар йыһандың яҡтылығы һеҙҙә,Бөтә донъя нуры - һеҙ икән!Әсәйҙәрҙең йөрәк йылыларынҠояш менән генә тиңләйҙәр."Балам"- тиеп үлеп тереләләр,Изге йәндәр - беҙҙең әсәйҙәр!Наҙлы ҡараш, йомшаҡ ҡулы менән,Арҡабыҙҙан һөйөп ҡуйһа ла,Бар борсоуҙар таралып китәләр,Нисек кенә ауыр булһа ла.Әсәйҙәрҙе хөрмәт итмәһәк беҙНи тиербеҙ Аллаһ ҡаршында?Онотмаһаҡ ине - беҙҙең йәннәтӘсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында!Айҙар Хәлиуллин