Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Август 2020, 19:05

Шәйехзада Бабичтың ижадына арналған видеоконкурс еңеүселәре билдәләнде

Республика халыҡ ижады үҙәге һәм «Аҡбуҙат» балалар журналы ойошторған «Бабич һүҙе» конкурсы тамамланды. Уның шарттары буйынса балалар данлыҡлы әҙиптең шиғырҙарын яттан һөйләп, видеояҙмаларын интернет аша ойоштороусыларға ебәрергә тейеш ине. 54 бала араһында еңеүселәрҙе һайлау бурысы махсус жюри иңдәренә төштө.

Республика халыҡ ижады үҙәге һәм «Аҡбуҙат» балалар журналы ойошторған «Бабич һүҙе» конкурсы тамамланды. Уның шарттары буйынса балалар данлыҡлы әҙиптең шиғырҙарын яттан һөйләп, видеояҙмаларын интернет аша ойоштороусыларға ебәрергә тейеш ине. 54 бала араһында еңеүселәрҙе һайлау бурысы махсус жюри иңдәренә төштө. Һөҙөмтәләр түбәндәгесә билдәләнде:
Гран-при — Искәндәр ӘМИНЕВ
Өфө ҡалаһы, З.Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһы уҡыусыһы, 10 йәш, «Ҡурайҡайға» шиғыры.
7 йәшкә тиклемгеләр араһында:
1-се урын — Нәркәс БИКБУЛАТОВА
Йылайыр районы Матрай ауыл, «Йәйғор» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе, 6 йәш, «Беҙ үҙебеҙ башҡорттар» шиғыры.
2-се урын — Диана ТЕЛӘҮСИНА
Бөрйән районы Байназар ауылынан, 6 йәш, «Яҙғы йыр» шиғыры.
2-се урын — Ләйсән МӘМБӘТОВА
Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы, 7 йәш, «Кем өсөн» шиғыры.
3-сө урын — Эвелина ТИМЕРБУЛАТОВА,
Йәрмәкәй районы, 5 йәш, «Башҡортостан» шиғыры.
3-сө урын — Артем ҒИЛӘЖЕВ
Дүртөйлө ҡалаһы 12-се «Алтынсәс » балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе, 7 йәш, «Башҡортостан» шиғыры.
Мәктәп йәшендәгеләр араһында:
1-се урын — Розалина МОСТАФИНА
Һамар ҡалаһының 102-се мәктәбе уҡыусыһы, 5-се класс, «Халҡым өсөн» шиғыры.
2-се урын — Айгиз СӘМИҒУЛЛИН
Әлшәй районы Ҡыпсаҡ-Аскар мәктәбе уҡыусыһы, «Салауат» шиғыры.
2-се урын — Әлиә ХӘМЗИНА
Ғафури районы Красноусол ауылы, Нияз Мәжитов исемендәге башҡорт гимназия-интернатының, 4 «а» класы уҡыусыһы, «Беҙ» шиғыры.
3-сө урын — Азалия ҠУЛӘХМӘТОВА
Учалы районы Ҡунаҡбай урта мәктәбе уҡыусыһы, «Көтәм» шиғыры.
3-сө урын — Гөлнара ХОЗИНОВА
Дәүләкән районы Ҡоръятмаҫ урта мәктәбенең 7 класс уҡыусыһы, «Тупраҡ» шиғыры.
3-сө урын — Дилбәр ФӘЙЕЗОВА
Әбйәлил районы Асҡар ауылы, Таһир Кусимов исемендәге гимназияның 3 класс уҡыусыһы, «Шатлыҡ көтәм» шиғыры.
3-сө урын — Инсаф НӘБИУЛЛИН
Мәсетле районы Яңы Яуыш мәктәбе уҡыусыһы, 8 йәш, " Беҙ" шиғыры.
Махсус бүләктәр:
«Ата-бабалар рухына тоғролоҡ»
Әлфинә ҠОТОШОВА
Миәкә районы Илсеғол башҡорт гимназияһының 3-сө класс уҡыусыһы, «Беҙ» шиғыры.
Азамат ӘХМӘТОВ
Туймазы районы Ҡандракүл мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы, «Беҙ» шиғыры.
Камила ТАҺИРОВА
Өфө ҡалаһы,Ф. Мостафина исемендәге башҡорт гимназияһы, 4-се класс, «Башҡортостан» шиғыры.
Ислам ВӘЛИТОВ
Туймазы районы Ҡандракүл мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы, «Бер минут» шиғыры.
Азалия ХӘБИБУЛЛИНА
Мишкә районы Оло Шаҙы ауылының Али Карнай исемендәге урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 8 класс уҡыусыһы, «Беҙ» шиғыры.
«Бабич ижадын пропагандау» номинацияһы
Валерия ШУШУНОВА,
Туймазы районы Соҡаҙыбаш мәктәбенең 7 -се класс уҡыусыһы, «Беҙ» шиғыры
«Беҙ ғаиләлә башҡортса һөйләшәбеҙ»
Әминә (9 йәш) һәм Айлина (6 йәш) ҠӘЙҮМОВАЛАР
Өфө ҡалаһы, «Бәхетем» шиғыры.
Хәйҙәр һәм Таһир ВӘЛИЕВТАР
308-сө балалар баҡсаһы, Өфө ҡалаһы, «Халҡым өсөн» шиғыры.
«Балаларҙың шиғыр һайлауы беҙҙе ысынлап аптыратты. Улар ятлаған ҡайһы бер әҫәрҙәрҙе өлкәндәрҙең дә күптәре белмәйҙер. Туймазы районынан ҡатнашыусыларҙың шиғыр башҡарыу оҫталығын айырып билдәләп үткебеҙ килә. Йылайыр районынан бик күп балалар ҡатнашты. Конкурс Башҡортостан сиктәрен дә уҙҙы, ижади бәйгегә Һамар өлкәһенән видео ебәрҙеләр. Видеоконкурс үҙ маҡсатына иреште, тип иҫәпләйбеҙ»,- тип билдәләй «Аҡбуҙат» балалар журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина.
«Конкурс тураһында миңә балалар баҡсаһында тәрбиәсем Йәрмөхәмәтова Венера Ноғоман ҡыҙы һөйләне. Ҡатнашырға тәҡдим итте, шиғырҙы һайларға ярҙам итте. «Беҙ үҙебеҙ башҡорттар» шиғырын һайланыҡ, сөнки ул миңә лә, әсәйемә лә оҡшаны. Был шиғырҙы мин 4 көн ятланым, ә видеоны балалар баҡсаһында яҙҙырҙыҡ. Миңә шиғыр һөйләү, йырлау оҡшай. Киләһе йылда Сибай ҡалаһының музыкаль мәктәбенә уҡырға барырға теләйем»,— ти 7 йәшкә тиклемге ҡатнашыусылар араһында 1-се урын алған Нәркәс Бикбулатова.
Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы Мишкә районында Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыллығына арналған саралар сиктәрендә үтте.
Ойоштороусылар билдәләүенсә, видеоконкурсҡа ебәрелгән шиғырҙарҙың төрлөлөгө иғтибарға лайыҡ.
Бөтә донъя Башҡорттары ҡоролтайы.
Читайте нас: