Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Август 2020, 17:55

Алкоголь һатылмаясаҡ

Иртәгә, 1 сентябрҙә, Башҡортостанда алкоголь һатылмаясаҡ.Тыйыу кафе-барҙарға, ресторандарға ҡағылмай.

Иртәгә, 1 сентябрҙә, Башҡортостанда алкоголь һатылмаясаҡ.Тыйыу кафе-барҙарға, ресторандарға ҡағылмай.
Был көндә республика законы менән төбәк биләмәһендә алкоголь продукцияһын ваҡлап һатыу тыйыла (йәмәғәт туҡланыуы хеҙмәттәрен күрһәткәндә алкоголде ваҡлап һатыуҙан тыш).
«Башинформ» агентлығы хәбәр итеүенсә, былтыр яҙ Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары «Башҡортостан Республикаһында этил спирты, алкоголле һәм спиртлы продукция етештереү, уларҙың әйләнеше өлкәһендәге эшмәкәрлекте көйләү һәм алкоголле продукцияны ҡулланыуҙы сикләү тураһында» республика законының 6.2-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында» Закон ҡабул итте.
Һуңғы ҡыңғырау байрамында, Йәштәр көнөндә — 27 июндә, Белем көнөндә һәм һабантуйҙар уҙғарылған көндәрҙә магазиндарҙа алкоголь һатыу тыйылды. Сикләү яңы йыл каникулдарына ла ҡағылды.
"Башинформ"
https://www.bashinform.ru/news/1487082-v-bashkirii-1-sentyabrya-alkogol-prodavatsya-ne-budet-/
Читайте нас: