Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Август 2020, 12:50

Айыҡтар көслө үә дәртле

Илселә ярыш үтте

“Айыҡ ауыл – 2020 йыл” конкурсының муниципаль этабы сиктәрендә Илселә волейбол буйынса ярыш үткәрелде.
Әлбиттә, коронавирустан һаҡланыу буйынса бөтә саралар башҡарыла, тип айырым билдәләргә кәрәк: спорт залына инеүселәрҙең төн температуралары үлсәнә, ҡулдары антисептик менән эшкәртелә, барыһы ла ( хатта, майҙансыҡҡтағы уйынсылар!) битлек кейеп йөрөй.
Сәмле ярыштар һөҙөмтәһендә “алтын” миҙалды Учалы районының йыйылма командаһы ала, “көмөш” – Илсе ауылының йыйылма командаһында. Ә “бронза” миҙал ярыш үткәргән ултыраҡтың йыйылма йәштәр командаһында. Призерҙар миҙал-грамоталар менән бүләкләнә.
-Ярыш барышында йылы, ыңғай мөхит хөкөм һөрҙө, дәрт-дарман өҫтәлде, иң мөһиме еңеү түгел, ҡатнашыу! – тип йомғаҡ яһанылар Илсе ауыл Советы хакимиәтендә.- Ойоштороуҙа булышлыҡ иткән, йәштәрҙе сәләмәт йәшйешкә ылыҡтырыуға ҙур өлөш индергән, үҙҙәренең миҫалы менән өлөгө биргән урындағы спорт ветерандары Ғамил Абзалов менән Ильяс Кәримовҡа, Илсе мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Илгиз Юнысовҡа, сарала бөтә ҡатнашҡан кешеләргә рәхмәт әйтәбеҙ.
Читайте нас: