Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Август 2020, 10:40

Әбйәлилдә урмандарға иғтибар ҙур

Башҡортостанда “Экология” милли проектына ярашлы ҡабул ителгән “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты сиктәрендә урмандарҙы тергеҙеү буйынса сараларҙы дауам итә.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
Башҡортостанда “Экология” милли проектына ярашлы ҡабул ителгән “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты сиктәрендә урмандарҙы тергеҙеү буйынса сараларҙы дауам итә.
– Әбйәлил урмансылығы эшселәре Әбйәлил урман хужалығында 678 гектар майҙанда ағас культураларын тәрбиләп сыҡты. Эшселәр йәш үҫентеләрҙе лә иғтибарһыҙ ҡалдырмай – яҡтылыҡ төшһөн өсөн ағастарҙы һирәгәйтәләр, таҙарталар. Әлеге көндө 78 гектарҙа эштәр атҡарылған, – ти Әбйәлил урман хужалығы директоры Зариф Абдуллин.
Шулай уҡ Ҡыҙрас һәм Күсем участка урмансылыҡтарындағы 4,5 гектар майҙанды биләгән питомниктарҙа үҫентеләрҙе тәрбиәләү дауам итә. Биотехник сараларҙы ла онотмайҙар: быйыл Әбйәлил урмансылығы эшселәре 30 гектар майҙанда 150 ҡырмыҫҡа иләүен кәртәләгән.
– Урман ҡырмыҫҡалары ҙур әһәмиәтенә эйә. Айырым үҙенсәлектәре шунда – улар шунда уҡ тулыһынса тиҙ һәм ҙур күләмдә үрсей башлаған урман ҡоротҡостары менән туҡланыуға күсә, зарарлы бөжәктәрҙе сығанаҡтарында уҡ юҡҡа сығарып, уларҙың үрсеүенә юл ҡуймай. Ҡырмыҫҡалар ҡоротҡос күбәләктәр, өкөбаш күбәләктәр, киҫәрҙәр, япраҡ төргөстәр һанын көйләй, ебәк күбәләге һәм башҡа ҡарышлауыҡтарҙың, май ҡуңыҙы һанын кәметә, – ти урман хужалығы директоры.
"Башҡортостан" (Р. Мусина).
Фото: БР Урман хужалығы министрлығы сайтынан.
Читайте нас: