Яйыҡ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Август 2020, 12:10

Радий Хәбиров ғаилә ҡиммәттәренә өҫтөнлөк бирә

Радий Хәбиров матбуғат баҫмаларына биргән бер интервьюһында тәүге ҡатыны менән айырылышыуҙы оло һәләкәт, тип билдәләгән.

Башҡортостан башлығы ТАСС агентлығына биргән бер интервьюһында тәүге ҡатыны Лариса Лукьянова менән айырылыу барышында ниҙәр кисереүе хаҡында бәйән иткән. Республика етәксеһе ғаилә ҡиммәттәрен өҫтөн ҡуйған кеше икән. Шуға ла тәүге ҡатыны менән айырылышыу уға бик ауыр бирелгән.
Лариса Лукьянова менән Радий хәбиров 1987 йылда өйләнешкән булған. Уларҙың уртаҡ ике балалары бар - Светлана Грандволь-Хәбирова һәм Рита Хәбирова. Ғаилә 2013 йылда тарҡалған.
Әлеге ҡатыны Каринэ Аветсян уның тормошон рәткә килтерергә ярҙам итеүсе кеше. Каринэ ла тәүге иренән айырылған. Улар Радий Хәбиров менән Каринэның тәүге никахынан улын тәбиәләйҙәр. Шулай уҡ Фәрит исемле уртаҡ улдарын үҫтерәләр.
Каринэ Хәбирова һөнәре буйынса стоматолог икән. Радий Хәбировтан 18 йәшкә бәләкәй.
"Йәшлек" гәзитенән.
Фото - "Башинформ"
Читайте нас: