Яйыҡ
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Август 2020, 11:45

“Сәләмәтлек поезы” - Учалыла

Йөрәк, ҡан тамырҙары, онкологик һәм башҡа сирҙәрҙе алдан асыҡлау, профилактикалау маҡсатында быйыл да 24 августан 10 ноябргә тиклем республикабыҙҙа “Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк” акцияһы уҙғарыла.

Йөрәк, ҡан тамырҙары, онкологик һәм башҡа сирҙәрҙе алдан асыҡлау, профилактикалау маҡсатында быйыл да 24 августан 10 ноябргә тиклем республикабыҙҙа “Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк” акцияһы уҙғарыла.
Был сара Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы тормошҡа ашырыла. Маҡсаты – ҡалаларҙан, район үҙәктәренән алыҫ йәшәгән ауыл халҡын сифатлы медицина ярҙамы менән тәьмин итеү. Был бурыстарҙың барыһы ла “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Быйыл акция пандемия шарттарында барлыҡ санитар-эпидемиологик талаптарҙы күҙәтеп ойошторола.
2 сентябрҙән башлап “Сәләмәтлек поезы” Учалы районында эш башлаясаҡ. Составында күсмә комплекстар ҙа буласаҡ. Шул иҫәптән, күсмә флюорография һәм маммография кабинеттары эшләйәсәк. Халыҡты терапевт, акушер-гинеколог, онколог, кардиолог, невролог, стоматолог, эндокринолог, педиатр һәм башҡа белгестәр ҡабул итәсәк.
Акция барышында ауыл халҡының төплө консультациялар алырға, медицина тикшереүе үтергә, беренсел медицина ярҙамы алырға, Милли календарға ярашлы, вакцина алырға мөмкинлеге буласаҡ.
Табиптар 9.00-16.00 сәғәттәрҙә түбәндәге график буйынса ҡабул итәсәктәр: 2-4 сентябрҙә - Учалы участка дауаханаһында, 5-6 сентябрҙә – ял көндәре, 7-8 сентябрҙә Уральск участка дауаханаһында, 9-11 сентябрҙә Миндәк участка дауаханаһында.
Фото: tv.rbsmi.ru
Читайте нас: