Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Август 2020, 10:30

Яңы китапхана асылды

“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә Благовар районы үҙәге Языков ауылында заманса мәҙәни-белем биреү үҙәге – китапхана асылды.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә Благовар районы үҙәге Языков ауылында заманса мәҙәни-белем биреү үҙәге – китапхана асылды.
Быйыл райондың үҙәк китапханаһы модель китапханалары төҙөү буйынса федераль конкурс еңеүселәре иҫәбенә инде. Был еңеү иһә уға эшмәкәрлеген, китап фондын һәм китапхана биләмәһен яңыртыуға 15 миллион һум аҡса бүлеү мөмкинлеген бирҙе.
Капиталь төҙөкләндереү эштәрен башҡарып, яңыртҡандан һуң китапхана эсе тулыһынса үҙгәрҙе, уның заманса йөҙө барлыҡҡа килде. Мәҙәни усаҡ хәҙер компьютерҙар, юғары тиҙлекле интернет менән тәьмин ителгән. Хәҙер бында фәнни һәм нәфис йөкмәткеле заманса Рәсәй мәғлүмәт сығанаҡтарына – Милли электрон, Президент китапханаларына һәм Әҙәби ресурсҡа (русса яңғырашы – ЛитРес, йәғни Литературный ресурс) инергә мөмкин. Һәр теләгән кеше бер түләүһеҙ ошо ғәйәт ҙур сығанаҡтар менән файҙалана ала.
Китапхананың эсен яңыртҡанда шул күҙ уңында тотолған: ул асыҡ та, уңайлы ла, хәрәкәтсән дә булырға тейеш.
Беренсе ҡатта төрлө йәштәге балаларға тәғәйенләнгән бүлектәр урынлашҡан. Тәүгеһе – ултырыр өсөн уңайлы урындары, интерактив өҫтәле, ҡоро бассейны, өҫтәл уйындары булғаны – бәләкәйҙәр өсөн. Ә ҙурыраҡ йәштәге балаларға – телевизор һәм уйын приставкалары менән йыһазландырылған икенсе бүлек.
Китапхана шулай уҡ планшет, электрон китаптар менән тәьмин ителгән.
Икенсе ҡат өлкәндәргә тәғәйенләнгән. Ундағы төрлө зоналарҙа белем тупларға; ял ваҡытын мәҙәни сараларҙа ҡатнашып, файҙалы итеп үткәрергә; музыка менән шөғөлләнергә; ял итеп, яратҡан баҫмаңды йә китабыңды уҡып ултырырға мөмкин.
Эштә заманса алымдар, айырыуса интерактив формалар ҡулланыу, матди-техник базаның тулыһынса яңырыуы китапхананы райондың мәҙәни-белем биреү үҙәгенә әйләндерергә һәләтле.
Яңы китапхана хеҙмәткәрҙәрҙән заманса ҡараш та, белем тәрәнлеген дә талап итә. Тап шуға ла улар Рәсәй дәүләт китапханаһы үткәргән курстарҙа белем алып, эшкә яңы дәрт, илһам менән тотонған.
Заманса китапхана яңы технологиялар менән китапты берләштереп, йәмғиәттең әхлаҡи үҫешенә, уҡыуға ҡайтанан ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырға булышлыҡ итере шикләндермәй.
"Башҡортостан" (Р. Гатауллина)
Фото: БР Мәҙәниәт министрлығы сайтынан.
Читайте нас: