Яйыҡ
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Август 2020, 18:50

Йылы һәм ҡоро һауа торошо һаҡлана әле

gismeteo.ru порталы мәғлүмәттәре буйынса, 15 сентябргә тиклем Башҡортостанда йылы һәм ҡоро һауа торошо һаҡлана әле.

gismeteo.ru порталы мәғлүмәттәре буйынса, 15 сентябргә тиклем Башҡортостанда йылы һәм ҡоро һауа торошо һаҡлана. Өфөлә көндөҙ һауа +17, +28 градусҡаса йылына, төндә термометр бағанаһы +8-ҙән түбән төшмәй. 11-12 сентябрҙә бер аҙ яуым-төшөм фаразлана, айҙың тәүге яртыһындағы ҡалған көндәрҙең ҡояшлы һәм ҡоро булыуы, елдең талғын, секундына 14 метр тиҙлектә иҫеүе көтөлә.
15 сентябрҙән һуң республикаға көҙгө һауа торошо килә. 16-һынан һуң Өфөлә ямғырҙар фаразлана, көндөҙгө сәғәттәрҙә ҡалала елле була һәм +8-12 градусҡа тиклем һалҡынайта.
Метеофараздар мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙең Европа өлөшөндәге күп кенә төбәктәрҙә сентябрҙең тәүге яртыһы аномаль йылы булыуы көтөлә. Илдең ҡайһы бер субъекттарында көндөҙгө сәғәттәрҙә һауа температураһы уртаса климатик норманан 5-6 градусҡа юғарыраҡ була. Метеорологтар бындай һауа торошо аномалияларын глобаль йылыныу процесы тәьҫире менән бәйләй.
"Башинформ"
https://www.bashinform.ru/news/1486921-osennyaya-pogoda-pridet-v-bashkiriyu-vo-vtoroy-polovine-sentyabrya-/
Читайте нас: