#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
"Һөт кухняһы" хәҙер 3,2 майлылыҡтағы алма-груша һәм персиклы йогурттар етештә башланы. Был балаларҙың көндәлек рационын төрлөләндереү мөмкинлеген бирә.
“Йогурт һөткә тәбиғи емеш-еләктәр, урындағы етештереүселәрҙең әсеткеһен ҡушып эшләнә. Шуға күрә ата-әсәләр уның хәүефһеҙлегендә икеләнә алмай, - тип билдәләнеләр БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса Дәләт комитетында.- Бынан тыш, ул А,Е,В, Д витамин төркөмдәре, аҡһым һәм аминокислоталар менән байытылған. Файҙалы составы арҡаһында был йогурт 8 айҙан 3 йәшкә тиклемге балаларға тәҡдим ителә”.
Тәбиғи һөт продукцияһы менән балаларҙы тәьмин итеү буйынса масштаблы программа Рәсәйҙең башҡа бер төбәгендә лә юҡ.«Һөт кухняһы» продукцияһын аҙ килемле ғаиләләрҙәге 21,9 мең бала, шулай уҡ 500-гә яҡын йөклө ҡатындар һәм бала имеҙеүсе әсәләр бушлай аласаҡ.
Фото: БР Сауҙа Дәүләт комитеты мәғлүмәт хеҙмәте.