Яйыҡ
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Сентябрь 2020, 16:40

Башҡортостанда БДМУ клиникаһы ҡарамағындағы COVID-госпиталь ябылыуға әҙерләнә

Өфөлә БДМУ клиникаһы ҡарамағындағы COVID-госпиталь ябылыуға әҙерләнә. 28 августан учреждениела коронавирус инфекцияһын йоҡторған пациенттарҙы ҡабул итеү туҡтатылды.

Өфөлә БДМУ клиникаһы ҡарамағындағы COVID-госпиталь ябылыуға әҙерләнә. 28 августан учреждениела коронавирус инфекцияһын йоҡторған пациенттарҙы ҡабул итеү туҡтатылды.
COVID-госпиталдең эшен тамамлау коронавирус менән сирләүселәрҙең кәмеүенә бәйле, тип хәбәр итә «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы.Учреждение этаплап элекке эш режимына күсә башлай.
Бынан алда «Башинформ» хәбәр иткәнсә, Башҡорт дәүләт медицина университетының табип-профилактика, дауалау һәм педиатрия факультетттарының өлкән курс студенттары, шулай уҡ 50 ординатор мәктәптәргә ебәрелә. Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары иҫәбенән медицина инспекторҙарына мәктәптәрҙә яңы коронавирус таралыуына юл ҡуймау бурысы йөкмәтелде.
Уларҙың эшмәкәрлегенең маҡсаты – мәктәптәрҙә, уҡыусылар һәм уҡытыусылар араһында инфекция ауырыуҙарының, шул иҫәптән яңы коронавирус инфекцияһының таралыуын иҫкәртеү, белем усаҡтарында профилактик сараларҙың үтәүен контролдә тотоу.
"Башинформ"
https://www.bashinform.ru/news/1487383-v-ufe-zakryvaetsya-covid-gospital-pri-klinike-bgmu-/
Читайте нас: