Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Сентябрь 2020, 10:32

Иң-иң яҡшылар

Шәхсән рәүештә лә ҡотлайбыҙ!

Быйыл педагогтарҙың “август кәңәшмәһе” яңы рәүештә үтте. Тәүге көндә интернет аша ғына кәңәшмә барһа, санитария ҡағиҙәләрен теүәл күҙәтеп “тереләй” аралашырға ла форсат табылды.
Район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов мәғариф учреждениелары етәкселәре менән осрашҡанында барыһына ла көндәлек ныҡышмалы хеҙмәт өсөн рәхмәт әйтте, артабан да уңыштар юлдаш булһын тип теләй.
Әлбиттә, алдынғылар билдәләнде. Руслан Ғәлийән улы федераль кимәлдәге награда – “Рәсәй Федерацияһы тәрбиә һәм мәғарифының почетлы хеҙмәткәрҙе” знагын ике яҡташыбыҙҙың түшенә таҡты: район мәғариф бүлеге начальнигының урынбаҫары Римма Зарипова һәм балалар-йәштәр спорт мәктәбенең милли көрәш буйынса тренер-уҡытыусыһы Рәмил Әхмәтйәновҡа ошондай хөрмәт күрһәтелә. Әйткәндәй, Рәмил ағай тренер ғына түгел, көслө физика уҡытыусыһы булараҡ та билдәле. Бына шулай, физика менән физик культура йәнәш киләләр! Үҙебеҙҙе лә заманында Ньютон закондарына ныҡлап төшөндөргән (әлегеләй хәтерҙә!) мөғәллимде шәхсән рәүештә лә ҡотлайбыҙ!
Былтыр, йыл аҙағында БР Башлығының “ Башҡортостан Республикаһы Башлығының мәғариф өлкәһендәге гранттары тураһында” тигән указға ҡул ҡуйылған була. Пандемия арҡаһында указдың республика кимәлендә ғәмәлгә ашырылыуы бер йылға күсерелеп торҙо. Әммә, мәғариф бүлегенән белдереүҙәренсә, район кимәлендә тейешле документтар быйыл да йыйылды, муниципаль этап һөҙөмтәләрен комиссия ҡараны, төбәгебеҙҙә “иң-иң”дәр билдәләнде. Ошоға ярашлы район хакимиәтенең грамоталары менән бүләкләнделәр:
“Иң яҡшы ҡала мәктәбе” – С.Ш.Йыһаншин исемендәге 1-се Башҡорт лицейы.
“Иң яҡшы ауыл мәктәбе” – Ураҙ лицейы.
“Иң яҡшы ҡала балалар баҡсаһы” – 3-сө “Баҙлауыҡ” балалар баҡсаһы.
“Иң яҡшы ауыл балалар баҡсаһы” – Миндәк ауылының балалар баҡсаһы.
Читайте нас: