Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Сентябрь 2020, 13:10

Терроризмға - юҡ!

Хәҙерге ваҡытта халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙе тотороҡло тип әйтеп булмай. Бының сәбәптәренең береһе - террорсылыҡтың, экстремизмдың һәм милләт-ара низағтарҙың артыуы. Был кире күренештәргә ҡаршы нисек көрәшергә, нисек уларҙың ҡорбаны булмаҫҡа? Күбеһенсә йәштәргә йүнәлтелгән экстремистик пропагандаға нисек ҡаршы торорға?

Терроризм, террористик акттар - һуңғы ваҡыт ошо күренештәр хаҡында телевидение, радио, матбуғат саралары көн һайын иҫкәртеп тора. Бындай мәғлүмәт ағымы граждандарҙы үҙ ғүмере, сәләмәтлеге, яҡындарының именлеге тураһында хафаланырға мәжбүр итә. Һәр кем гражданлыҡ уяулығы һәм иғтибарлыҡ һаҡлауҙы терроризмға ҡаршы төп ҡорал булыуын аңларға тейеш.
Читайте нас: