Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Сентябрь 2020, 13:00

Виртуаль концерт залы асылды

“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә, ошо көндәрҙә Сибайҙа виртуаль концерт залы асылды.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә, ошо көндәрҙә Сибайҙа виртуаль концерт залы асылды. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, ҡаланың Балалар сәнғәт мәктәбе виртуаль концерт залын төҙөү буйынса “Һанлы мәҙәниәт” проекты еңеүсеһе булды. Был маҡсатта бер миллион һумдан ашыу аҡса бүленгәйне, был суммаға мультимедия ҡорамалы, экран яңыртылды. Был ҡала халҡына симфоник музыканы “тере тауыш”та тыңларға мөмкинлек бирәсәк.
Виртуаль концерт залы ҡаланың “Мир” йәштәр йортонда эшләй башланы. “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә барлыҡҡа килгән залда сибайҙар Рәсәйҙең билдәле ижади коллективтарының концерттарын онлайн режимда ла, яҙмаларын да ҡарай аласаҡ.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы эшләп килгән милли проекттың “Балалар сәнғәт мәктәбенә виртуаль концерт залы булдырыу” сараһы сиктәрендә “Мир” йәштәр йортона мультимедиа ҡорамалдары - проектор, киң форматлы экран, акустик система, микрофондар ҡуйылған, юғары тиҙлекле интернет уҙғарылған. Махсус залға сигнал Мәскәү дәүләт филармонияһынан ебәрелә. Бынан ары иң яҡшы симфоник музыка концерттарын ҡаланан ситкә сыҡмайынса ла ҡарап була.
Үҙенсәлекле залды асыу тантанаһында ҡатнашыусылар Е.Ф.Светланов исемендәге Рәсәй дәүләт академия симфоник оркестры башҡарыуында Шопен һәм Чайковский әҫәрҙәрен тыңланы. Василий Петренко дирижерлыҡ итте.
Әйткәндәй, “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә Сибай балалар сәнғәт мәктәбе “Рубинштейн” исемле ике фортепиано, биш ҡурай, ике концерт һәм бер уҡыу думбыраһы менән тулыланған. Музыка ҡоралдарының дөйөм хаҡы бер миллион һумдан ашыу тәшкил иткән.
"Башҡортостан" гәзитенән.
Фото: Сибай ҡалаһы мәҙәниәт бүлеге сайтынан.
Читайте нас: