Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Сентябрь 2020, 16:40

"Юғары әҙерлек" режимына үҙгәрештәр индерелде

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров юғары әҙерлек тәртибе тураһында Указға үҙгәрештәр индерҙе.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров юғары әҙерлек тәртибе тураһында Указға үҙгәрештәр индерҙе. Документ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Хәҙер социаль учреждениелағы кешеләр өсөн изоляция режимы 15 сентябргә тиклем һаҡлана.
1 сентябрҙән балалар өсөн уйын бүлмәләре, балалар өсөн күңел асыу үҙәктәре, түңәрәктәр һәм секциялар, шул иҫәптән сауҙа-күңел асыу үҙәктәрендә һәм мәҙәниәт йорттарында (һарайҙарында) урынлашҡандар үҙ эшен башлай. Санитар-эпидемиологик талаптарҙы теүәл үтәү мотлаҡ.
Шулай уҡ 1 сентябрҙән кинотеатрҙар, мунсалар һәм сауналар (шул иҫәптән фитнес үҙәктәрендә урынлашҡандар), сауҙа үҙәктәрендәге фудкорттар асыла.
15 сентябрҙән театр-концерт берләшмәләре, мәҙәниәт йорттары (һарайҙары) эшләй башлай.
"Башинформ"
https://www.bashinform.ru/news/1487541-radiy-khabirov-vnes-izmeneniya-v-ukaz-o-rezhime-povyshennoy-gotovnosti/
Читайте нас: