Был хаҡта Эске эштәр министрлығының Енәйәтте тикшереү идаралығынан хәбәр иттеләр. Life-shot телеграм-каналының үҙ сығанаҡтарына һылтанып белдереүенсә, уларҙың икеһе лә - Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең элекке хеҙмәткәрҙәре. Улар фронтовиктан урлаған аҡсаны йәшергән урынды күрһәткән.Быйыл 9 июлдә Ҡыйғы районынан Иван Несмеяновтың ғүмере фажиғәле өҙөлдө. Енәйәтселәр 100 йәшлек ветеранды бәйләп ҡуйып, ғазаплаған, ә аҙаҡ уның башын тишкән. Улар миллион һумға яҡын аҡса урлап ҡасҡан. Ҡарттың кәүҙәһен иртән күрше ҡатыны тапҡан.Сығанаҡ: Башинформ