Яйыҡ
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Сентябрь 2020, 10:50

Етештереүсәнлекте дүрт тапҡырға арттырырға ниәтләйҙәр

“Белорет сеткалар һәм түшәмдәр заводы” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектында ҡатнашыу иҫәбенә етештереүсәнлекте дүрт тапҡырға арттырырға ниәтләй.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
“Белорет сеткалар һәм түшәмдәр заводы” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектында ҡатнашыу иҫәбенә етештереүсәнлекте дүрт тапҡырға арттырырға ниәтләй.
Ҡоймалар етештереү менән шөғөлләнгән завод 2011 йылдан эшләй. Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге төбәк компетенциялар үҙәге етәксеһе Руслан Нуретдинов әйтеүенсә, милли проектта ҡатнашып, һаҡсыл етештереү алымдарын ғәмәлгә индереү нигеҙендә предприятие үҫештең сифат йәһәтенән яңы кимәленә сыға ала.
"Заводтың сығымды ҡулайлаштырып, кәрәкмәгән, артыҡ етештереү процестарынан ҡотолоу мөмкинлеге бар. Бынан тыш, эш ваҡыты ҡайтанан бүленәсәк. Был хеҙмәткәрҙәрҙең мәшғүллегендә һөҙөмтәлелекте арттырасаҡ", – тине ул.
Етештереү ентекле тикшерелгәндән һуң, эш төркөмө металл йыһаз сығарыуҙы пилот проекты итеп һайланы. Бындай йыһаздың бер комплектын етештереү өсөн ни бары 38 минут самаһы сарыф ителә. Эште тағы ла аҙыраҡ ваҡытта башҡарыу күҙаллана. Заводтың генераль директоры Артем Гурштейн әйтеүенсә, предприятиела етештереүсәнлекте кәмендә дүрт тапҡырға арттырып, сменаһына 2500 йыһаз комплекты сығарыу мөмкинлеге бар.
"Башҡортостан"
Фото: economy-new.bashkortostan.ru
Читайте нас: