Яйыҡ
-8 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Сентябрь 2020, 22:40

«Евразия йөрәге»нә Пелагея, Любовь Казарновская һәм Олег Газманов килә

11 һәм 12 сентябрҙә «Торатау» конгресс-холы амфитеатрында V «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале ойошторола.

11 һәм 12 сентябрҙә «Торатау» конгресс-холы амфитеатрында V «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале ойошторола.
11 сентябрҙә бер нисә проект үткәрелә: Милли кейем байрамы, «Ufa-KuraiFest», «Этнотөн» һәм Надежда Бабкинаның Бөтә Рәсәй фестиваль-марафоны. Ғәҙәттәгесә, «Ҡурайфест»а Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ҡурайсылар ансамбле, Башҡортостан Республикаһының Линар Дәүләтбаев етәкселегендәге Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры, «Йатаған» һәм «Арғымаҡ» төркөмдәре ҡатнаша.
«Этнотөн» проекты барышында Рәсәйҙең халыҡ артисы Надежда Бабкина һәм «Рус йыры» Мәскәү дәүләт академия фольклор театры, «Буран ауылы инәйҙәре», «Khoomei Beat» төркөмдәре сығыш яһай. Көндөң хедлайнеры — «Пелагея» этно-рок проекты.
12 сентябрҙә «Евразия йөрәге» программаһын Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған концерт дауам итә. Өфөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов һәм Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Ҡасимов етәкселегендәге Эстрада-джаз оркестры ҡотлай.
Был көндә «Евразия йөрәге» фестивале сәхнәһенә «Үлемһеҙ полк» программаһы менән Рәсәйҙең опера йырсыһы Любовь Казарновская сыға. Кисәнең хедлайнеры – Рәсәйҙең халыҡ артисы Олег Газманов.
Бишенсе «Евразия йөрәге» фестивале сағыу фейерверк менән тамамлана.
«Форумды ойоштороусылар йәнә баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын донъя кимәле менән таң ҡалдырырға әҙер. Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә ошондай open-air форматында уҙғарылған фестивалдең аналогы юҡ, ул Рәсәйҙең иң яҡшы 10 фестивале иҫәбенә инә, — тип хәбәр итте ойоштороусылар «Башинформ» агентлығына. — Донъяла COVID-19 менән хәлгә бәйле ойоштороусылар фестиваль көндәрен ҡыҫҡартты. Быйыл V юбилей фестивале 11 һәм 12 сентябрҙә ойошторола. Бөтә һаҡлыҡ саралары үтәлә».
«Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивален ойоштороусы – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы. Генераль мәғлүмәт партнеры – «БСТ» телеканалы.
"Башинформ"
https://www.bashinform.ru/news/1488197-v-ufu-na-serdtse-evrazii-priedut-pelageya-lyubov-kazarnovskaya-i-oleg-gazmanov/
Читайте нас в