Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Сентябрь 2020, 12:21

Ғәлиәхмәр ауылы тураһында

Хатта, Вәсилә Фәттәхованың тамырҙары ла был ауылдан!

Учалы район Советы ҡарары менән иғлан ителән “Иң матур ауыл” муниципаль конкурсында Ғәлиәхмәр ҡатнашыу күңелдәребеҙҙе елкендереп ебәрҙе. Татыу, эшсән, берҙәм һәм дәррәү кешеләр йәшәй был тарафта.
Ғәлиәхмәр ауылы Күбәләк-Тиләү ырыуы биләмәләренең уртаһында, Миндәк йылғаһы буйында урынлашҡан. Төн яғында - Ҡыштау урыны, төньяҡ-көнсығышта – Ишекалдытау, Өйҙөҡараташ, көнсығышта – Йомағол ҡораһы, Ташморон, көньяҡта - Остотау, Ҡушҡарағас, Имеләй түбәләре. Ишимбай, Йомроһаҙ шишмәләре генә ни тора! Әйткәндәй, Белорет йүнәлешендә ауылдан бер саҡрымдай арала юл ситендә ҡуш ҡарағас үҫә торғайны. 1977 йыл асфальт юл һалғанда, ололарҙың үтенсестәренә ҡарамайынса был ҡомартҡы киҫеп ташланды, әммә исеме һаман ҡалған. Ғөмүмән, ер-һау атамалары беҙҙең яҡта ҡәҙерләп һаҡлана.
1795 йыл ревизияһы мәғлүмәттәре буйынса Ғәлиәхмәрҙә 17 йортта 96 кеше йәшәгән була, 1834 йылда – 60 йортта 279 кеше. 1842 йыл 1 296 бот (яҡынса 21 тонна) иген йыйып алғандар. 1866 йылда 62 йортта 379 кеше көн күрә. Борон олатайҙарыбыҙ барымта-ҡарымталарҙа, ҡалмыҡ яуҙарын ҡағыуҙа, 1736-1740 йылдарҙа Ҡараһаҡал яуында, 1812 йыл Беренсе Ватан һуғышында әүҙем ҡатнашҡандар. Тимәк, Ғәлиәхмәр 18 быуаттың башында уҡ барлыҡҡа килгән тип ҡурҡмайынса әйтергә мөмкин.
Ревизияларға тиклем ауыл утар рәүешендә йәшәгән. Ҡыштау буйында ҡышлағандар, Яҙҙау билендә яҙғы ташҡын һыуы тартылғансы көткәндәр. Шунан Һылыуташҡа йәйләүгә күсер булғандар (1921 йылға тиклем). Ата-бабаларыбыҙ йылға буйында бесән сабалар, һәр береһенең үҙенең кисеүе булған - Ниғәмәт, Кирам, Хәсән, Сафиулла, Әхмәт, Тайфур, Хәҙис, Хәлфетдин, Азамат, Ғабит, Сабирйән һәм Самат кисеүҙәре әле лә билдәле. Ҡарат кисеүендә малдың саңдауы ( күләгәлә малдың көндөҙ ял иткән урыны ) була.
Тарихыбыҙға күҙ һалһаң, уҡымышлы, дини кешеләр күп булған. Әйүп, Мәғәфүр, Сәғәҙәт, Талип, Ғилаж, Әхмәтхан, Хәҙис, Хәсән, Мөхәмәткилде, Самат, Тайфур, Рамаҙан, Әлтәф, Фәтих, Хәлфетдин,Ҡаһир, Заһир, Ғибәҙәт, Мәүзифа, Сәлимә, Мөхтәримә һәм башҡа күп аҡһаҡал-ағинәйҙәрҙе һаман хөрмәт менән иҫләйбеҙ, изге Ҡөрьәнде уҡығандар, ғәрәп телен яҡшы белгәндәр, әхлаҡ яғынан өлгө булғандар. 1917 йылға тиклем ауылда мәсет була ( хәҙерге көндә – клуб). Ир-ат мәсеттә, ҡыҙ-ҡырҡын Мәғәфүр олатайҙарҙың өйөндәурындыҡ таҡталарын алып уҡығандар.
Ауыл ҙур булғас, элек ике зыяраты, ике тирмәне булған. Әхмәтхан олатай Тирәк кисеүендә, Хәҙис олатай Ҡыштау янында һыу тирмәндәре тотҡандар. Рамаҙан, Әхмәтхан, Хафиз олатайҙар Троицк ҡалаһында, Зәйнулла ишандың мәҙрәсәһендә белем алғандар, аҙаҡ ҡалғандар менән уртаҡлашалар.
Беренсе донъя һуғышында Шөғәйеп Абдрәхимов, Фәррәх Ишбаев ҡаты яраланып ҡайталар. Граждандар һуғышында Рамаҙан Әйүпов – пулеметсы, Мостафа Байсарин Муса Мортазиндың адъютанты, ә Фәтих Лоҡманов уның яҡын дуҫы, кәңәшсеһе була. Һуңынан репрессияға эләгәләр: Фәтих олатай үлем язаһына хөкөм ителә (әйткәндәй, ул “Ҡыҙыл байраҡ” колхозының беренсе рәйесе), Мостафа бабай 15 йылға иркенән мәхрүм ителә.
Шул уҡ дәүерҙәрәк Әлтәф Лоҡманов, Хөснөтдин Талипов, Шөғәйеп Абдрәхимов, Сәғәҙәт Нурмөхәмәтов Троицк ҡалаһына, ветеринар курстарына ебәреләләр. Һуңынан да балалары, ейәндәре уларҙың мал дауалау һөнәрен дауам иттеләр - Вәлит, Нәжип бабайҙар, Нуретдин, Марс, Сәхиәр ағайҙар. Ә Фитрат Хәтипов ошо яҡтарҙа беренсе булып Белорет ҡалаһынан “Фордзон” тракторын ҡыуып алып килә.
Ауылыбыҙҙан Бөйөк Ватан Һуғышына 69 яугир юллана, ни бары 23 яҡташыбыҙ әйләнеп ҡайтыу бәхетенә ирешә. Мәҫәлән, Фәттәховтар ғаиләһенән 4 кеше китә, береһе лә әйләнеп ҡайтмай.... Хөснөтдин Талипов менән Мөхәмәтғәли Юлмөхәмәтов данлыҡлы 112-се кавалерия дивизияһында һуғышалар, Фитрат Хатипов – 63-сө кавдивизияла, батырҙарса һәләк булалар. Ғафран Ғәлин һуғыштағы ҡаһарманлығы өсөн “Ҡыҙыл Йондоҙ” ордены менән наградлана.
Һуғыштан тере ҡайтҡан яугирҙәр матур тормош ҡороп, яуҙа алған яраларына һис тә зарланмай эшләп, лайыҡлы балалар үҫтерҙеләр. Хәҙерге көндә мәрхүмдәр инде, йәндәре йәннәттә булһын!
Ауылым ҙур булмаһа ла, фиҙаҡәр хеҙмәт, бурысына тоғролоҡ, аң-белем менән танылған кешеләрҙе күп үҫтерә. Кинәт иҫкә килгәндәрен генә иҫәпләп китәйек (кемдәрҙер яңылыштан тороп ҡалһа, зинһар, ғәфү итһендәр).
Табиптар: Рәүеф Лоҡманов (БР атҡаҙанған табибы), Рима Нурмөхәмәтова, Фәрмүт Мөхәмәткилдин, Әхмәт Мөхәррәмов.
Ветеринарҙар: Вәлит Лоҡманов (БР атҡаҙанған ветеринары), Нуретдин Талипов.
Уҡытыусылар: Фуат Лоҡманов, Идеал Лоҡманова, Сәкинә Лоҡманова, Лидиә Лоҡманова, Рәшиҙә Ғәлина, Фирҙәүес Нурмөхәмәтова, Морат Лоҡманов, Резеда Дауытова, Нәҡип Әйүпов, Клара Заһирова, Рәзилә Мәғәфүрова, Мәрйәм Ғибәҙуллина, Әмир Нурмөхәмәтов.
Таусылар: Фәрит Лоҡманов (БР атҡаҙанған таусыһы, Сибай руднигының баш инженеры), Миҙәхәт Ғәлин (БР атҡаҙанған таусыһы, СССР-ҙың почетлы шахтеры), Тәлғәт Ғәлин (Миндәк шахтаһы начальнигы), Әбрәр Нурмөхәмәтов, Рәис Вилданов. Ҡушып иҫәпләп ҡараһаң, Ғәлиндар династияһының ер аҫты стажы 150 йылға яҡын!
Хоҡуҡ белгестәре: Фәсхетдин Мөхәмәткилдин (БР атҡаҙанған юрисы, Учалы район судын етәкләне), Рәшит Хатипов.
Урмансылар: Дим Һиҙиәтов (Төмән өлкәһендә эшләй), Салауат Лоҡманов ( Учалы урман хужалығын да етәкләне, әле лә етәксе вазифаларҙы биләй), Сәлих Нурмөхәмәтов.
Инженерҙар: Айрат Лоҡманов, Азат Зиннуров.
Төрлө вазифаларҙа етәкселек эше башҡарып абруй ҡаҙанған Танһыҡбай Ниғмәтуллин; Роза Нурмөхәмәтова – иҡтисад белгесе, Тимур Лоҡманов менеджер булараҡ танылһа, данлыҡлы композиторыбыҙ Салауат Низаметдиновты белмәгән кеше юҡтыр!
Бер һүҙ менән, әлеге төҙөк тышҡы ҡиәфәте менән генә түгел, тарихы, улдары һәм ҡыҙҙары менән дә матур Ғәлиәхмәр ауылы!
Нөҡип Әйүпов, Озерный ауылы
Мөхәрририәттән: һуңынан мәҡәлә авторынан ишеттек - хатта, яртаҡан йырсыбыҙ Вәсилә Фәттәхованың тамырҙары ла был ауылдан икән!
Читайте нас: