Яйыҡ
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Сентябрь 2020, 10:45

Әлкәлә амбулатория яңыртыла

Әлкә ауылында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Беренсел медицина-санитар ярҙамы күрһәтеүсе ойошманың яңы моделе” проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә урындағы табип амбулаторияһына капиталь ремонт яһалған.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
Әлкә ауылында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Беренсел медицина-санитар ярҙамы күрһәтеүсе ойошманың яңы моделе” проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә урындағы табип амбулаторияһына капиталь ремонт яһалған.
Ремонт эштәре һаҡсыл етештереү элементтарын ҡулланып башҡарылған. Унда “асыҡ регистратура” булдырылған, пациенттар ағымын бүлеү принциптары һәм уларҙың көтөү ваҡытын уңайлы итеү үҙенсәлектәре лә иҫәпкә алынған. Нигеҙендә – республиканың беренсел медицина-санитар ярҙамы күрһәтеүсе ойошмалары өсөн булдырылған типовой дизайн-проекты.
Ремонт эштәренең дөйөм хаҡы 2,8 миллион һум тәшкил иткән, уны республика ҡаҙнаһы иҫәбенә эшләгәндәр.
Әммә оптималләштереү проекттары бының менән генә тамамланмай. Тиҙҙән бында 5С системаһы буйынса эшләгән табипҡа эш урыны булдырыласаҡ, табиптың һәм шәфҡәт туташының бурыстарын оптималь бүлеү, лаборатор тикшереүҙәр өсөн ҡан алыуҙы ойоштороу мәсьәләләре хәл ителәсәк.
Әлеге көндә Алкиндағы табип амбулаторияһында 4699 кеше хеҙмәтләндерелә. Пациенттарҙы терапевт, педиатр, стоматолог кеүек табиптар ҡабул итә. Амбулаторияла өс койкалыҡ көндөҙгө стационар һәм ашығыс ярҙам күрһәтеү кабинеты бар.
Ғөмүмән, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, төбәктең медицина тармағы һуңғы йылдарҙа ҙур үҙгәрештәр кисерә. Алкиндағы амбулаторияның яңырыуы ла – ошоға асыҡ миҫал.
"Башҡортостан" гәзитенән.
Фото: health.bashkortostan.ru
Читайте нас в