Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Сентябрь 2020, 22:35

Республикала тәүлек эсендә COVID-19 йоҡтороуҙың 31 осрағы асыҡланған

Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың 31 яңы осрағы асыҡланған, уларҙың 15-е — Өфөлә, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың 31 яңы осрағы асыҡланған, уларҙың 15-е — Өфөлә, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Пандемия башланғандан алып республикала бөтәһе 7856 коронавирус осрағы раҫланған.
Бөгөн стационарҙа ятҡан 71 сирленең һигеҙе – ауыр хәлдә, амбулатор шарттарҙа 815 кеше дауалана.
«Бер тәүлектә 20 пациент һауығып сыҡҡан, пандемия башланғандан алып йәмғеһе 6941 кеше һауыҡҡан, — тип белдерҙеләр ведомствола. — Коронавирустан вафат булыуҙың яңы осраҡтары теркәлмәгән. Мәрхүмдәр һаны элеккесә 29 кеше тәшкил итә».
Ә бына дауахананан тыш пневмония менән ауырыусылар көндән-көн арта. Әйтәйек, һуңғы тәүлектә төбәктә ошондай 91 сирле асыҡланған. Дауахананан 103 пациент һауығып сыҡҡан.
"Башинформ"
https://www.bashinform.ru/news/1488278-v-bashkirii-za-sutki-vyyavlen-31-bolnoy-covid-19-i-91-pnevmoniey/
Читайте нас: