Өфөнән Александр Иванов осраҡлы рәүештә ютуб журналисы Юрий Дудтың «вДудь» шоуының яңы сығарылышының геройы булған. Юрий Ҡабарҙы-Балҡарҙа тапшырыу төшөрөп йөрөгөндә велосәйәхәтсе менән һөйләшеп киткән, ул иһә Өфөнән булып сыҡҡан.Александр 17 көн инде юлда булыуы, 2500 саҡрым самаһы үтеүе һәм Мостай Кәрим түбәһенә артылырға йыйыныуы хаҡында һөйләгән. Өфөлә ул заводта слесарь булып эшләй икән.Һуңынан Александр UTV телеканалына интервьюһында Юрийҙы танымауын әйтте.— Уға ҡарап торам, йөҙө таныш икәнен аңлайым, ләкин уны иҫемә төшөрә алманым. Хушлашҡандан һуң ғына уның кем булыуын аңланым, - тине ул.Шуны әйтеп үтергә кәрәк: Александр «вДудь» шоуының тамашасыларын хайран ҡалдырҙы - видеоның аҫтында комментарийҙар бик күп. Бына бер нисәһе:— Велосипедсы - был сығарылыштың иң яҡшыһы! — Evgenia Kostiaeva— Велосипедтағы ир-егеткә - айырым хөрмәт!) — Leonid YusupovСығанаҡ: youtube.com/vdud