Яйыҡ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Сентябрь 2020, 18:00

Яратҡан эшең булыу - үҙе бәхет!

Ошо көндәрҙә үткән уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Римма Айрат ҡыҙы Зариповаға “Рәсәй Федерацияһы тәрбиә һәм мәғарифының почетлы хеҙмәткәрҙәре” знагы бирелде. Тормошонда үҙ урынын тапҡан, үҙ эшен яратҡан, уның бөтә нескәлектәрен белгән кеше менән аралашыу бәхете беҙгә лә тейҙе. -25 ғинуар - студенттар көнөндә тыуғанғалыр, бәлки, ғүмерем буйы уҡырға яртаттым, - тип һөйләне беҙгә Римма Айрат ҡыҙы. - Бөйҙө ҡасабаһында тыуып үҫкәнмен. Әсәйем, Әҡлимә Йәноҙаҡ ҡыҙы Мөслимова, оҙаҡ йылдар балалар баҡсаһы мөдире, атайым, Айрат Барый улы, водитель булып эшләнеләр. Ғаиләлә беҙ өс бала. Атайым беҙҙе бала саҡтан, уҡығыҙ, уҡыһағыҙ, кеше булырһығыҙ тип тәрбиәләне. Үҙе юғары белемле булмаһа ла, грамоталы кеше ине.

Ошо көндәрҙә үткән уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Римма Айрат ҡыҙы Зариповаға “Рәсәй Федерацияһы тәрбиә һәм мәғарифының почетлы хеҙмәткәрҙәре” знагы бирелде. Тормошонда үҙ урынын тапҡан, үҙ эшен яратҡан, уның бөтә нескәлектәрен белгән кеше менән аралашыу бәхете беҙгә лә тейҙе. Ә ундай осрашыуҙар һәр саҡ ҡыуандыра, сөнки ошондай бәхетле кешенең күҙендәге осҡон һине лә “яндырғандай” була. -25 ғинуар - студенттар көнөндә тыуғанғалыр, бәлки, ғүмерем буйы уҡырға яртаттым, - тип һөйләне беҙгә Римма Айрат ҡыҙы. - Бөйҙө ҡасабаһында тыуып үҫкәнмен. Әсәйем, Әҡлимә Йәноҙаҡ ҡыҙы Мөслимова, оҙаҡ йылдар балалар баҡсаһы мөдире, атайым, Айрат Барый улы, водитель булып эшләнеләр. Ғаиләлә беҙ өс бала. Атайым беҙҙе бала саҡтан, уҡығыҙ, уҡыһағыҙ, кеше булырһығыҙ тип тәрбиәләне. Үҙе юғары белемле булмаһа ла, грамоталы кеше ине. Тарихты, географияны, биологияны яратты. Бөтәбеҙ ҙә юғары белем алдыҡ, атайыбыҙ тере булһа, уңыштарыбыҙға, һис шикһеҙ, ҡыуаныр ине. Бала саҡтан бер ҙә уҡытыусы булырмын тип хыялланманым. Киреһенсә, балалар менән эшләргә йыйынған апайыма ҡарап, башҡа төрлө һөнәр тапманыңмы, тип бер аҙ шаярта торғайным хатта. Бөйҙө урта мәктәбен яҡшы ғына тамамлағас, индустриаль педагогия колледжына уҡырға барҙым. Һуңынан Магнитогорск педагогия институтында уҡыуымды дауам иттем. Йылдар үткән һайын юғары белем алыуҙың бик етди һәм яуаплы булыуын яҡшы аңлап, Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡорт дәүләт хеҙмәте һәм идаралығы академияһында икенсе юғары белем алдым. Хеҙмәт юлын үҙем тамамлаған мәктәптә рәсем уҡытыусыһы булып башланым. 2000-се йылда уҡытыу-тәрбиәләү эштәре буйынса директор урынбаҫары итеп үрләттеләр. - Римма Айрат ҡыҙының һөнәрен яратҡаны күҙҙәренән үк күренеп тора. Ә инде эше тураһында һөйләгәнен сәғәттәр буйына тыңларға була.Алты йыл уҡытыу-тәрбиәләү эштәре буйынса директор урынбаҫары булып эшләгәндән һуң Римма Айрат ҡыҙына Бөйҙө мәктәбен етәкләргә тәҡдим итәләр. Бында ла һынатмай ул - ете йыл һөнәренә тоғро булып хеҙмәт итә. «Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы» наградаһы менән билдәләнә. 2013 йылда мәғариф бүлегенә кадрҙар буйынса белгес итеп саҡыралар, ә инде 2016 йылдан башлап Римма Айрат ҡыҙы мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары вазифаһын биләй. -Минең уйлауымса, бәхетле булыуҙың төп серҙәренең береһе - ул яратҡан эшеңдең булыуы. Һөнәреңде ысын күңелдән яратһаң, иртән тороуы ла ҡыйын түгел хатта, сөнки эш урынына ашҡынып бараһың! Уҡытыусы һөнәренә ҡыҙыҡһыныу, ихтирам уятҡан беренсе уҡытыусым Шәүкәт Мидийәр улы Ғәлиевҡа рәхмәтлемен. Үҙ эшен ысын күңелдән яратҡан, маҡсатына ирешеүсән, тәүәккәл уҡытыусы ул. Яңы уҡыу йылы башланды. Барлыҡ коллегаларымды, уҡыусыларҙы, ата-әсәләрҙе Белем байрамы менән ҡотлап, ошо еңел булмаған ваҡытта берҙәм, бергә булыуҙарын теләйем. Уңыштар, яҡшы кәйеф, ауырлыҡтарҙы еңә белеү һәм изгелектәр юлдаш булһын. Уҡытыусыларға түҙемлек һәм үҙ эшенең оҫтаһы булыуҙарын теләп ҡалам, - тине мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары.Вилиә ЯНБАЕВА.
Читайте нас: