Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Сентябрь 2020, 16:15

Хыялдар тормошҡа аша

Бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи тораҡтарҙа уңайлы ҡала мөхите булдырыу проекттарының IV Бөтә Рәсәй конкурсында 160 еңеүсе билдәләнде. Улар араһында беҙҙең Учалыбыҙ ҙа бар.

Бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи тораҡтарҙа уңайлы ҡала мөхите булдырыу проекттарының IV Бөтә Рәсәй конкурсында 160 еңеүсе билдәләнде. Улар араһында беҙҙең Учалыбыҙ ҙа бар.
Был мәртәбәле ярышта ҡалабыҙ Ленин исемендәге майҙандан алып ҡала быуаһына тиклем йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереүе буйынса “Учалы. Хыялға юл” проектын тәҡдим итте һәм грант алыуға өлгәште.
IV Бөтә Рәсәй конкурсына йомғаҡ яһау буйынса федераль комиссияның ултырышы август аҙағында булған. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, ярышҡа барлығы илебеҙҙең 76 субъектынан 301 ғариза ҡабул ителгән. 160 проект еңеүсе тип табылған. 2021-2022 йылдарҙа 60-тан ашыу төбәк конкурс объекттарын тормошҡа ашырыу өсөн федераль ҡаҙнанан субсидиялар аласаҡ. Күләме әле хәл ителеү өҫтөндә.
Әйткәндәй, Башҡортостандан был конкурста йәмғеһе һигеҙ ауыл һәм ҡала еңеүсе исемлегенә ингән – Йылайыр һәм Воскресенское ауылдары, Сибай, Благовещен, Дәүләкән, Белорет, Баймаҡ һәм Учалы ҡалалары.
Бынан алда ойошторолған тәүге өс конкурста 240 проект өсөн 15 млрд һум аҡса бүленгән булған. Бөгөнгө көндә 2018 һәм 2019 йылдарҙа тәҡдим ителеп, хуплау тапҡан 84 проект тулыһынса ғәмәлгә ашырылған.
“Учалы. Хыялға юл” проектына килгәндә, ул ысынлап та, иғтибарға лайыҡ. Проект зауыҡ менән уйлап эшләнелгән. Ҡала майҙанынан алып быуаға тиклем берҙәм композиция булдырып, ғаилә, дуҫтар менән ял итеү урындары эшләнәсәк. Ҡала быуаһына яңы төҫ биреләсәк. “Йәшмә” кинотеатры артында асыҡ һауалағы кафела нәфис фильм ҡарап, матур ял итеү мөмкинлеге лә шатландырмай ҡалмай. Оло быуын вәкилдәре өсөн дә проектта төрлө уңайлыҡтар иҫәпкә алынған. Шуныһы һөйөнөслө – Учалы оҫталарының хыялы хәҙер хыял ғына булып ҡалмаясаҡ, ә ысынбарлыҡта тормошҡа ашасаҡ.
https://vk.com/im?sel=164372397&z=video-122034057_456239037%2Fc16fc4c651225a26ce
Читайте нас: