Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Сентябрь 2020, 11:02

Икеләтә харам

Учалы ҡалаһында ла, ауылдарҙа ла сауҙа бара

Бер ауылыбыҙҙа илле алты йәшлек әҙәм тотолдо. Өйәнән шикле, акциз маркалары булмаған спиртлы шыйыҡса һатып ятыуы асыҡлана. Икеләтә харам килеп сыға инде! 60 литр күләмендә 120 шешә тартып алына. БР Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, РФ Административ кодексының 14.17.1-се статьяһы буйынса яуаплылыҡҡа тарттырыу һорауы ҡарала. Законһыҙ рәүештә айырым кешеләргә хәмер һатҡан өсөн тауары конфискацияланып, 50 мең һумға тиклем штраф һалыныуы мөмкин. Спекулянттарға илле мең артыҡ ҙур сумма булып күренмәй икән, Учалы ҡалаһында булған осраҡҡа иғтибар итегеҙ.
Район үҙәгенең Ленин урамындағы бер магазиндың 56 йәшлек хеҙмәткәре законһыҙ рәүештә спиртлы эсемлектәр менән сауҙа иткәне өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылған була инде, ләкин ҡатын һабаҡ алмаған. Әле йәнә лавкаһында “этил спирты” тип яҙылған һауыттарҙа ниндәйҙер шыйыҡса һатыуы асыҡланды. Ни икәнлеге тураһында ниндәйҙер документация күрһәтә алмай. Хәҙер инде РФ Енәйәт кодексының 171.4-се статьяһы буйынса яуапҡа тарттырылыуы мөмкин. 80 мең һумға тиклем штраф һалыныуы йә ғәйепленең 1 йылға тиклем холоҡ төҙәтеү эштәренә хөкөм ителеүе ихтимал. Бәлки хәҙер аҡылға килер?
Читайте нас: