Яйыҡ
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Сентябрь 2020, 17:40

Уртаҡ йәр (хикәйә)

Тыуған ауыл, ураа! Такси машинаһынан төшөү менән, йәш ҡатын, хатта ҡысҡырып ебәрҙе. Ауылҡайы, Ибрайы, бигерәк матур шул. Күле-йылғаһы тейһеңме, мәшһүр үк булмаһа ла бәләкәс тауҙар уратҡан. Ә, яландары, яландары! Аллы-гөллө сәскәләр иле. Ҡайһыҙыр төбәктә, ниндәй булһала бер емеш үҫмәй, юҡ. Йә еләге. Ә, Ибрайҙа барыһы ла бар!. Мәтрүшкәме, ҡуҙғалағы. Ер еләге, ҡайын еләге, урман сәтләүеге. Һанаһаң, күп.Эштәге , ҡыҙҙар менән һөйләшеүҙән беленә. Ҡырмыҫҡалынан, әхирәте Алһыу, таш еләген күргәне лә, тәмләгәне лә юҡ икән. Бәлки, уның ауылы янында ғына юҡтыр. Кем белһен.

Тыуған ауыл, ураа! Такси машинаһынан төшөү менән, йәш ҡатын, хатта ҡысҡырып ебәрҙе. Ауылҡайы, Ибрайы, бигерәк матур шул. Күле-йылғаһы тейһеңме, мәшһүр үк булмаһа ла бәләкәс тауҙар уратҡан. Ә, яландары, яландары! Аллы-гөллө сәскәләр иле. Ҡайһыҙыр төбәктә, ниндәй булһала бер емеш үҫмәй, юҡ. Йә еләге. Ә, Ибрайҙа барыһы ла бар!. Мәтрүшкәме, ҡуҙғалағы. Ер еләге, ҡайын еләге, урман сәтләүеге. Һанаһаң, күп.Эштәге , ҡыҙҙар менән һөйләшеүҙән беленә. Ҡырмыҫҡалынан, әхирәте Алһыу, таш еләген күргәне лә, тәмләгәне лә юҡ икән. Бәлки, уның ауылы янында ғына юҡтыр. Кем белһен.
Ә, Ибрайҙар белә. Эреләнеп, фыртый баҫып,үҙ уйҙарынан –үҙе ҡуҡырайып,Зилә ауылына баҡты. Отпукыһы башланыу менән оса тыуған еренә. Себер күстәнәстәре мул ғына йыйыла. Бүләктәре,таҫлап, юл сумаҙанына кереп бата. Эш хаҡына туйынды, тиһәңдә була. Укенерлек түгел, сығып киткәненә. Ун ике йыл Сорғот ҡалаһында йәшәй.Ошо, асфальт юлы ғына , юҡ, ҡәһәрең. ,ауылында. Әле генә күңеле менән ауылын маҡтаған Зилә, уфтанып ҡуйҙы. Атла инде, матур ташлы туфлийе менән сашейҙан. Эйй,тип мыжып килеүенә, еңел машина тауышы ишетелде.
- Рәмил!Ҡаршы сыҡҡан, килгән. Ярата,тимәк. Һөйгәненең ҡуйынына,ысын мәғәнәһендә инеп сумғас, ҡапыл айнып китте.- Ысҡындыр, кешеләр уҙа. Күрерҙәр.-Ҡурҡма, бөтә ауыл бесәндә. Йән әҫәре юҡ, урамдар буш.-Барыбер инде.- Һағындым, йәнем.Йәшәйбеҙ,былай булғас. Йәшәгеләр килеп китте.Рәмилдең,ҡәнәғәт йөҙөнән,Зиләгә лә өҫтәлде бер килке күтәренке кәйеф. Кеше ире менән сыуалыуын,тәүге көндәре намыҫы менән көрәшеп үткәрһә. Һуңынан,өйрәнеп китте. Ун ике йыл инде, айырыла алмайҙар. Бары йәй көндәре генә осрашалар. Кеше теленә эләккәндәре юҡ.Ауыл хәбәрҙәрен һөйләп туйғас, Рәмил ҡабалана башланы.-Миңә,хәҙер,бесән килтерәләр. Һыпырттым,йәме.Гөлсинә,ҡайтырға тейеш,төшкө ашҡа. Барып алам.Элеккесә,теге урында,Зиләм,йәме,чау!Элеккесә...бер үҙгәрешһеҙ,элеккәсә. Икеһен дә, күндерҙе йәшерен -батырын был һөйөү. Һөйөү микән һуң тик?Белә,Зилә,ярамай икәнен. Белә.Кеше ире бит ул,Рәмиле. Тик осраша. Көнөн-төнөн,телефондан һөйләшәләр. Кәрәкле генә нимәләрен бүләк итәләр,Гөлсинә һиҙмәй ҙә ҡала, бер байрам бүләкһеҙ ҡалмай. Зиләнең, тикшереүсеһе юҡ. Ҡурҡмай. Аҡса яғынан да,Рәмил ҡомһоҙ түгел, ярҙамы тейә. Осрашыуҙары ла бит, йылына, бары егерме бер көн . Уның араһында,туғандарында йоҡлап ҡалған саҡтары бар. Әммә ошо көндәр,иң бәхетлеһе ҡатын өсөн. Бер нимәгә алыштыра алмаҫ , Рәмиленең, тәмле ҡосағын. Шашып яратыуын. Наҙлы, сөм ҡара күҙҙәрен. Ярата улар бер-береһен, үлеп ярата. Тән сихәте-һөйөшөү өсөн генә тип уйламай. Күп һөйләштеләр инде был турала.-Зиләкәйем, һин берәү, һауам һин. Кәләшем бына тигән. Тик, һин, башҡаса, Башҡа.Ташлама мине,зинһар. Ошондай һүҙҙәрҙән һуң, нисек икеләнергә, нисек эремәйһең..Зилә, шым ҡала, әлбиттә. Уйҙары менән, кеше йәрен һөйөп, ауылға керҙе.Ҡапҡа төбөнә, етеү менән, улы атылып килеп сыҡты. Бәхеткәйе! Балаҡайын, иртәрәк,каникулға ҡайтарып ебәрә йыл һайын. Олоғайған әсәһенә ярҙам, улына ял. Өләсәһе менән татыу итеп үткәрә каникул мәлен, ҡолонсағы.Ҡосаҡлашып , бер килке торҙолар. Ана,әсәһе,туйтаңлап килә. Ийй,инде....Бына шулай ял көндәре башланды, Зиләнең.Ауыл иртәләре,ауыл кистәре. Баҡса эштәре менән мәш киләләр. Ҡайнатмалар,ер еләгенән тәмле һуттар баҙға кереп ҡасты. Файҙалы үләндәр киптерелде.Рәмиле менән, элеккесә осрашырға форсат табырға тырышалар. Бәләкәй генә күлдәре бихисап, Ибрайҙың, ауыл,тирәләтеп .Рәхәтләнеп һыу инә ауылдаштары ,бала-саға. Ағастары яр буйын уратып алған, эҫелектән һаҡлай, уңайлы бер яҡтан. Шундай, күләгә урындар, «место встречи изменить нельзя», уларҙың.Бәхет иленә оса, һөйгәне менән шул минуттарҙа, Зилә. Яратышып туя алмайҙар.Сәскәйҙәрен,Зиләнең,ҡулдарында тотоп, еҫкәп-еҫкәп һөйә, Рәмиле. Тик бер ваҡиға, боролоштар яһаны.Баҡтиһәң, Гөлсинәнең ҡорт сағыуға аллергия икән. Ике тапҡыр үҫмер сағында, анафалактический шоктан ҡотҡарған булғандар. Ҡорт сағыуына бирешә икән. Махсус уколдарын, йәйгеһен, һәр ваҡытта кеҫәһендә йөрөткән. Аптырай ине шул, Зилә. Иҫенә,төштө. Еләк-емеште, яланға сыҡһалар, үҙем йыям. Кәләш усаҡ яғып, сәй табыны ғына әҙерләй тип һөйләй ине, Рәмил. Кем белгән ысынында нимә ятҡанын. Ялҡау икән тигән мөһөр ҙә таҡҡайны шикелле. Сөнки ,Зилә үҙе, йылғыр, һә тигәнсе,бер бизрә еләгеңде йыйып та өлгөртә.Боролош, тигәне шул. Рәмил өйҙә булмаған сағында, ҡорт саҡҡан ҡатынын. Ҡыяр йыйып керетәйем тип сыҡһа, сағылған, бахырым. Рәмил, бесән өйөү менән мәш килеп, ишетмәгән-күрмәгән йыгылғанын. Алланың ҡөҙрәте киң, сиғандар ҡотҡарған. Ышанма тимә. Ул, сиғандар этләтә халыҡты. Осһоҙ хаҡҡа ,ҡаҙ йөнө һорап йөҙәтәләр, тимер-томор. Урамыңда, иҫке тимер ята тимә, алып китмәй туҡтамайҙар. Шул көндөлә уҙып барған бер төркөм сәйер халыҡ.- Үлем тәме килә ошо өйҙән. Ҡарап сығығыҙ,әле тип, Вера исемле сиған ҡатыны,улын индереп ебәрә. Керһә, баҡса менән ишек алдында Гөлсинә ята тей,иҫһеҙ.Бына шулай, халыҡ йыйып, Рәмилгә шылтыратып, саҡ ҡотҡарып ҡалалар йәш ҡатынды. Ҡан баҫымы, түбән төшкән . Гөлсинәмдең, һыуыҡ ҡулдарын тотоп, бөтә донъям бер минутта селпәрәмә килде - тип башын тотоп уфтанды һөйгәне. Әгәр үлгән булһа, нисек йәшәр инем мин. Балаларым нисек? Зилә, яратам мин кәләшемде. Яңылыштыҡ,беҙ. Шул кисте, ватсап селтәренән хәбәр генә ебәрҙе.- Зилә, сәләм. Ғүфү ит,мине. Бәхетле бул, йәме. Ә, һин буласаҡһың...Моңһоу ғына яр буйында баҫып торған Зиләне, бар тәбиғәт аңлай һымаҡ. Ҡоштар тауыштары хатта ишетелмәй. Белә,улар сутылдай, һайрай әлеге мәлдә. Әллә ,ҡолағы тондомо. Юҡсы, үҙемде ишетәм бит..Нисә сәғәт ултырғандыр аңҡы-тиңке, белмәй. Көтөү ҡайтыуы менән генә, ауылға табан ыңғайланы. Мал уҙған юлдан, саң борхоно. Ауыл урамында барлыҡҡа килгән, бейек, ҡуйы туҙан томаны араһында күренмәне лә ҡатын кеше. Өйөнә табан атлауын ғына белде.Ғәфү итһәң алдаҡ уйҙарымдыЙөрәгеңә уттар һалғанғаЕңел үтер ине кисерештәрИҫәүән мин,баттым ялғанға.Үҙ ҡошсоғом минең берәү генәЙән-ҡатыным минең йөрәктәҺуҡмаҡтарым тик өйөмә илтәКүҙ ҡарашы һаман илертә...Ваҡытлыса ҡорған татлы һөйөүЙәмен-тәмен,бирмәй һуттарын..Сеү илама,ғазаплама минеҺағынам бит уның аштарын...Эй,мин йүләр, артҡа борһам әгәр,Тамуҡ уттарына инерменГонахлыла үткән аҙымдарғаКисереүҙе һорап үтермен.....Рәмилдең, ватсап аша ебәргән һуңғы һүҙҙәрен уҡып өлгөрмәне, Зилә. Күршеһе, Фатих ағай, эскән килеш урам ҡыҙырырға сыҡҡан ваҡытҡа тура килде әжәле. Мал көтөүен уртаға ярып, елдереп уҙып китте . Шәп тиҙлек менән килгән машинан ҡурҡҡан мал өйөрө араһында тапалып ҡалды...
(тамам)
Фото: https://pixabay.com/ru
https://vk.com/public192878295
Римма Саньярова
Читайте нас: