Яйыҡ
-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Сентябрь 2020, 11:30

Йыл ярымға хөкөм ителгән

Быйыл май айында Туймазы ҡалаһында бер ҡатын яңы тыуған сабыйын сүп-сар контейнерына ташлаған була. Хәҙер ул йыл ярымға хөкөм ителгән.

Был хәл 14 майҙа Туймазыла булған. Урам һепереүсе төндә сүп-сар контейнерҙарының береһендә сабый илаған тауышты ишеткәс, яҡыныраҡ килеп ҡараған һәм унда баланың ҡулын күреп ҡалған. Пакетта яңы тыуған сабый ятҡан.Ул баланы йылы бинаға индереп һалғас полицияны, ашығыс ярҙамды саҡыртҡан. Ныҡ өшөгән һәм тән температураһы 32 градус ҡына булған малайҙы дауаханаға һалғанда ул саҡ-саҡ тын алған. Баланы ИВЛ аппаратына тоташтырғандар, ә икенсе көндө санавиация менән Өфөгә Республика балалар клиник дауаханаһына оҙатҡандар. Малайҙың ғүмерен ҡотҡарып ҡалғандар, хәҙер уның хәле яҡшы.Әсәнең шәхесен күҙәтеү камералары ярҙамында тиҙ генә асыҡлағандар. Уға 36 йәш, тағы ике балаһы бар. Ул сабый үлгән тип уйлаған һәм шуға уны пакетҡа һалып, сүп-сар өйөмөнә ырғытҡан. Ҡатын әйтеүенсә, ул балаһын кире алырға әҙер һәм уны ҡотҡарған кешеләргә бик рәхмәтле.Ләкин судья уны аҡламаған һәм йыл ярымға колонияға оҙатырға тигән хөкөм ҡарары сығарған. Ә ике балаһын тартып алып, аталарына тапшырғандар. Әле уны әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеү тураһында мәсьәлә хәл ителә.
"Башҡортостаным/яңылыҡтар"
Читайте нас в