Яйыҡ
-5 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Сентябрь 2020, 17:30

Ауыл ләҡәптәре

Бына был, исмаһам, сәтәш!

Ауыл ләҡәптәре
“Бәрей ҡойоһо”
тарихы
Йәш саҡтарында Ғазуан бабайым менән Рамаҙан олатайым Ғәҙелшә ауылына кәләш ҡоҙаларға баралар. Юлдары уңып, Мөхтәримә өләсәйҙең ризалығын алып, аттарына менән ҡайтып баралар икән. Сораман ауылын үтеп Ғәлиәхмәр яғына сыҡҡансы апаруҡ ҡараңғы төшкән. Суҡҡайынға етһәләр, яңы сабылған баҡуйҙар күҙҙәренә салына, ситтәрәк ҡыуыш та ҡоролған. “Бәй, Хәсән ағай ҡалай иртә бесәнгә төшкән!”, - тип аптырайҙар ҙа, йәшлек шуҡлығы менән ауылдашты ҡыҙыҡ итергә булалар. Тиҙ генә ҡайын ҡайырыһын һыҙырып, уртаһына япраҡ ҡуйып уратып, һыҙғыртмаҡ әтмәләйҙәр. Ошо “музыка ҡоралында” бала илаған тауыш сығарып Хәсән ағайҙарының ҡыуышы янынан үтеп, Өйҙөҡараташ яғына юлланалар былар. Бесәнселәр ҡыуышынан өн дә сыҡмай, әммә иртәгеһен көтөү ҡыуғанда Хәсән ағай ауылдаштарына шомло хәбәр еткерә:
-Эй, егеттәр, үткән төндә минең сабынлыҡтағы ҡойонан ен-бәрейҙәр сыҡты, балалары илаша, Өйҙөҡараташҡа күсенделәр! Үәт, ҡурҡтым! Башҡаса ҡуна ҡалып бесән эшләмәйәскмен.
...Ошо мәлдән алып ул ҡойоно “Бәрейле ҡойо” тип йөрөтә урындағы халыҡ.
Ат хаҡлы
буш тоҡ
Борон, көҙгө эштәр тамамланғас, ҡаҙ өмәләренән һуң, һуғым аштарына саҡырышыу йолаһы ныҡ таралған ине. Ғәлиәхмәрҙә йәшәгән Сәғәҙәт бабай менән Рамаҙан олатайым (ул саҡ олатайҙарға күп тигәндә 25 йәштәр тирәһе булғандыр инде) ҡунаҡта ултырғанда сәтәш айырышҡандар. Кем отола, шул атын еңеүсегә бирергә тейеш, тип килешәләр. Ошондай етди отош булғас, ике тиҫтәнән ашыу йыл (!) бер-берен ота алмай ҡаңғыралар.
Ә бер мәл икәүһе лә Талҡалаға (Верхнеуральск ҡалаһына) юлланалар. Сәғәҙәт бабай тирмәндә он һалдырырға йыйынһа, Рамаҙан олатай баҙарҙа утын һатып, аҡсаһына өй кәрәк-яраҡтары алырға ниәтләнә. Сәғәҙәт бабай он үткәртеп тоҡтарға тултыра башлағас, буш тоҡтарҙы аҙыраҡ алғанын абайлай. Тиҙ генә һыбай менә лә, баҙарға саба. Рамаҙан олатай янына етеп, ашығып йомошон әйтә:
-Ҡустым, тоҡтар етмәне, ҡайҙа тиҙ генә берәй тоҡ бир әле!
Рамаҙан олатай ҡабалан кешене көттөрмәй, тиҙ генә арбаһынан алып бирә. Әммә мәгәр, ҡулына тотторғанда:” Сәтәш!” – тип ҡысҡыра. Сөғәҙәт бабай һис тә көтөлмәгән ауаздан шул тиклем шаңҡый, хатта, атынан йығылып төшә тип һөйләй инеләр. Шунан ат хаҡына төшкән буш тоҡто ла алмайынса кире тирмәнгә сапҡан, ти. Бына шундай, ҡыҙыҡлы ла, ҡыҙғаныслы ла булған хәл.
Нәҡип Әйүпов, Озерный ауылы
Читайте нас: