Яйыҡ
-25 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Сентябрь 2020, 16:45

Баш ауыртҡанда халыҡ саралары

* Лимон ҡабығының эсендәге аҡ ҡатламын аҡтарып алып, дымлы яғы менән сикәгә ҡуйығыҙ. Лимон ҡабығы ҡуйылған урын ҡыҙарып сыҡҡас, баш ауыртыуы баҫылыр.

* Лимон ҡабығының эсендәге аҡ ҡатламын аҡтарып алып, дымлы яғы менән сикәгә ҡуйығыҙ. Лимон ҡабығы ҡуйылған урын ҡыҙарып сыҡҡас, баш ауыртыуы баҫылыр.
* Кәбеҫтә япрағы теләһә ниндәй баш ауыртыуҙан ярҙам итә. Кәбеҫтә һутында калий иондары күп. Был микроэлемент, ҡан тамырҙарының һәм мускулдарының эшмәкәрлеген көсәйтеп ебәреп, ауыртыуҙы бик тиҙ баҫыр. Маңғайға, сикәләргә ябыр алдынан кәбеҫтә япраҡтарын бер аҙ ыуып, киҫкеләп ебәрегеҙ, шулай итһәң, уның һуты һәйбәтерәк сыға. Алыштырып тороғоҙ.
* Һуған ябыуының да файҙаһы бәхәсһеҙ. Мөмкин булһа, һуғандың һутын сығарып, таҫтамалды шул һутҡа манып алығыҙ. Бына тигән компресс булыр. Ундай мөмкинселек булмаһа, һуғанды йоморолап турап, уны маңғайға ҡуярға ла мөмкин. Әсеһе йонсотмаһын өсөн күҙегеҙҙе йомоп тороғоҙ.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Гөлнора Йәмилева.
Читайте нас в